

Борон-борон заманда шарлап аҡҡан йылға буйындағы һаҙлыҡта йәшәгән ти, Ҡоба һыйыр. Уның үҙенә оҡшап торған һоро төҫлө, һөрмәле күҙле бәпесе тыуған. Ҡоба бәләкәсен шырлыҡ араһына бүренән йәшереп, үҙе быҙауына тәмле һөт йыйырға туғайға йөрөгән.
Бер көндө бәләкәстең маңлайы ҡысыған, ҡытығы килгән, ти. Ул сатыр-сотор араһынан һикерәңләп килеп сыҡҡан. Ҡайын төпһәһен төкөп ҡараған, башын ташҡа ышҡыған, ерҙе гөргән.
Йылтыр йылға:
– Быҙауҡай-матурҡай, көҙгөмә ҡара әле! – тип, селтерәп көлөп ебәргән.
Ҡараһа, тупраҡҡа буялған башында ... ике мөгөҙ! Уррра! Һыу эскән, башы ла таҙа, ике уймаҡтай мөгөҙө лә матур!
Ул арала бында Һарыҡ тәкәһе килеп еткән. Үәт мөгөҙ! Үҙе ҙур, йомро ҡаластай төрөлгән. Тәкә үҙенә һоҡланып ҡарап торған бәләкәсте төкөп ебәргән. Быҙауҡайҙың күҙҙәренән осҡон сәсрәгән. Хатта ергә тәгәрәп киткән. Тороп ҡараһа, уҫал хайуандан елдәр иҫкән. «Һа! Еңелде! Еңелде!» – тип уйлаған Быҙауҡай.
Шул саҡ: «Сәләм!» – тигән тауыш ишетелгән. Ҡараһа, яр ситендә ҡабырсаҡ шыуыша икән. Унан Ҡусҡар мөгөҙҙәрен күрһәткән. Бына һиңә!
Ҡылдай нәҙек кенә. Быҙауҡай артҡа сигенеп, ерҙе тырнап, уға ынтылған!
Сууп! Ҡабырсаҡ һыуға сумған.
Быҙау башын ары-бире һелтәгән дә:
– Мө-ө-ө... Әсәй, һин ҡайҙа? – тип, өйөнә сапҡан.
Әсәйҙән һорамай ҡырҙа йөрөргә ярамай шул бәләкәстәргә.
Зөһрә БӘШӘРОВА.
Әбйәлил районы, Теләш ауылы.
Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА