

Йәшәгән, ти, Уйбай исемле бәләкәс кенә ҡырмыҫҡа. Ата-әсәһе, улдары аҡыллы булһын тип, уға ошо исемде ҡушҡандарҙыр. Үҫә килә малай, ысынлап та, бик уйсан булып киткән. Бәләкәс кенә башында уйҙар шул тиклем күп булған. Бер-бер артлы сиратҡа теҙелеп кенә торғандар, ти. Уйҙарының яҡшыһы ла, яманы ла килеп сыҡҡан. Бер береһе менән бәхәсләшеп тә китәләр, ти. Уларҙың был ҡылығына малай:
— Уууй-бааай!.. – тип аптырап та ҡуйған ҡайһы мәл.
Бер заман малайҙың башындағы уйҙар ике төркөмгә бүленеп киткән – «Яҡшы» һәм «Яман». Яман уйҙар яҡшыларын ҡыҫырыҡлап сығарырға уйлаған. Был мәлдә ҡырмыҫҡа эш боҙоп, тәртипһеҙләнеп тик йөрөгән. Яман ҡылығы өсөн ата-әсәһе, иләүҙә йәшәгән ҡырмыҫҡа ырыуы алдында уға бик оят булған. Малай быны аңлап ҡалған һәм яман уйҙарҙан ҡотолорға булған.
Нисек итеп тиһегеҙме? Малай тик яҡшы уйҙар уйлап, изге эштәр генә эшләп йөрөй башлаған.
Ваҡыт үткән. Уйбай егет ҡорона еткән. Ҡырмыҫҡа күсе таҙа, ҙур, матур булһын өсөн көс һәм тырышлыҡ һалған. Уның изге эштәрен бөтөн ҡырмыҫҡа ырыуы белеп торған. Бала ҡырмыҫҡалар уның кеүек яҡшы уйлы булырға тырышҡан. Улар ҙа тик изгелек кенә ҡылғандар.
Ошо мәлдән Ҡырмыҫҡа ырыуы ҙур, татыу, берҙәм ғаилә булып киткән. Аҡыллы, егәрле Уйбайҙы бер тауыштан ырыу башлығы итеп һайлап ҡуйғандар.
Ҡырмыҫҡалар үҙ күсендә – үҙ илендә әле лә бик бәхетле ырыу булып йәшәй, ти.
Зөбәржәт ЯҠУПОВА,
Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА.