+21 °С
Ясно
VK

ҠЫҢҒЫРАУ

(рус халыҡ әкиәте)

ҠЫҢҒЫРАУҠЫҢҒЫРАУ
ҠЫҢҒЫРАУ

Бер хәйләкәр бур күрше өйҙөң ҡапҡаһында элеүле торған еҙ ҡыңғырауҙы урларға булған. Шым ғына ҡапҡа янына килгән дә, ҡыңғырауҙы тартҡан. Әммә ҡыңғырау сыңлап ебәргән - бур, ҡото осоп, ҡасып киткән. Шунан уның башына шәп уй килгән: "Мин ҡыңғырауҙың сыңлауынан ҡурҡтым бит, ҡолағымды ҡаплайым әле. Ул саҡта ҡотом осмаҫ".

 

Шулай иткән дә бур. Ҡолаҡтарына мамыҡ тыҡҡан да, йәнә күрше ҡапҡаға киткән.

 

Хәҙер инде ул бер нәмә лә ишетмәгән. Ҡыңғырауҙы урлайым тип, шундай тауыш күтәргән - күрше, өйөнән сығып, бурҙы туҡмап ташлаған.
Оҙаҡ уйлаған, ти, бур, ҡыңғырау урлағанды өй хужаһы нисек белеп ҡалды икән?

 

Фото: Нүрзилә менән Инзирә Баязитоваларҙан.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас