

Бер кеше үҙенең танышында ҡунаҡта булған да, шул тиклем күп ашаған: өйөнә ҡайтҡас, эсен ҡосаҡлап, ҡолап киткән, ти. Ҡорһағы мискә кеүек ҙур икән.
Күршеһе янына килгән дә, һорай ҡуйған:
- Ни булды һиңә?
- Һорама ла! Ҡунаҡҡа барған инем, һый-хөрмәткә күҙем ҡыҙып, күп ашап ташлағанмын!
- Уның ҡарауы, икенсе юлы иҫеңдә тоторһоң: һый-хәрмәт һинеке булмаһа ла, ҡорһаҡ бит үҙеңдеке!
Фото: Нүрзилә менән Инзирә Баязитоваларҙан.