

Ҡуйы урман араһындағы бер бәләкәй генә ауылда әбей менән бабай йәшәгән. Бер көндө ҡараңғы төшкәс, әбей көйәнтәһен аҫып һыуға киткән.
Биҙрәһен ҡоҙоҡҡа төшөрһә, унда ай күренеп тора, ти. Әбейҙең ғәжәпләнеүенең сиге булмаған! Ул был хаҡта әйтәйем тип, бабайға йүгергән.
Бабай кеҫәү менән айҙы ҡоҙоҡтан сығарырға булған. Тартып алдым тиһә, кеҫәүҙең башы ҡоҙоҡтоң бураһына эләккән. Әбей менән бабай уны икәүләшеп
тарта башлаған. Бабай бар көсөнә тартҡан икән, кеҫәүҙең башы һынып, һыу төбөнә төшөп киткән. Ә әбей менән бабай икеһе ике яҡҡа тәгәрәгән.
Бабай, йығылған еренән тороп, күккә ҡараһа, унда ай йөҙөп йөрөй, ти. Тап-таҙа, йыуылған.
– Вәт һин уны! Өй эсен яҡтыртырға түшәмгә эләйем тиһәм, ә ул күккә осоп китеп тә өлгөргән, – тигән бабай.
Сыуаш теленән Л. Абдуллина тәржемәһе.