

Бик көнсөл, еңмеш бер ҡуян балаһы йәшәгән, ти. Юҡҡа-барға илап, әсәһенең маҙаһына тейеп бөтә, әйткәнде лә аңламай, тик үҙенекен белә, ти. Бер ваҡыт ул ағас башында йөрөгән Тейенде күреп ҡалған. икереп-һикереп уйнап йөрөгәнен ҡарап торған да:
— Әсәй, минең дә ағас башына менеп уйнағым килә! — тип илаған да ебәргән.
— Ҡуяндар ағас башында йөрөмәй бит, балам. Беҙ ерҙә генә йөрөй беләбеҙ. Ҡолап төшөрһөң, — тип әсәһе тегене әүрәтеп тә ҡарай, тик еңмеш ҡуян тыңламай,һаман илай, ти.
— Ағас башында уйнағым килә! — тип ул тағы нығыраҡ илай башлаған. Бының тауышына ҡолаҡтары тоноп, яҡын-тирәләге бөтә йәнлек, ҡош-ҡорттар ҙа ҡасып бөткән. Кискә тиклем илаған ҡуян балаһы.
Әсәһе аптыраған, алйыған, ахыры, асыуы килеп:
— Бар, үҙең мен ағас башына! — тип әрләп ташлаған. Мыжыған-мыжыған да ҡуян балаһы, ағас башына үҙе менергә булған. Тәүҙә йыуан ғына бер ҡайын эргәһенә килгән — менә алмаған. Шунан ауыш булып үҫкән бер имәнде күреп, шуға үрмәләй башлаған. Тырыша-тырмаша торғас, көс-хәл менән күтәрелеп, бер ботаҡҡа йәбешеп ултырған. Аҙыраҡ иҫенә килеп, аҫҡа ҡараһа, бүтән ҡуяндар шаҡ ҡатып ҡарап тора, ти. Был шуға маһайып киткән дә:
— Бына бит мендем! — тип ҡысҡырып та ебәргән, ҡолап та киткән. Башы менән зыңҡ итеп бер ташҡа барып төшкән. Шул хәтле ныҡ ҡолаған ҡуян балаһы - өс көн буйы һушһыҙ ятҡан.
Бынан һуң байтаҡ ваҡыт үткән. Ҡуян балаһы ул хәтле мыжымай, әсәһенән юҡ-барҙы таптырмай башлаған. Әсәһе ҡыуанып, балам аҡылланды, ахыры, тип күршеләренә лә һөйләп алған. Шунан бер көндө ҡуян балаһы, ҡып-ҡыҙыл ғына тун кейеп, ялбыр ҡойроғон һөйрәп, алыҫтан ғына үтеп барған Төлкөнө күреп ҡалған. Ҡыҙыл тунды күргәс, ҡуян балаһы, ағас башынан ҡолағанын онотоп, йәнә иларға тотонған.
— Әсәй, ҡыҙыл тун кейгем килә, ҡыҙыл тун алып бир! — тип мыжый икән.
— Ҡыҙыл тун Төлкөлә генә була ла баһа. Уны мин нисек алып бирәйем? — тип әсәһе
яҡшылап әйтеп ҡарай, теге тыңламай. Шул хәтле илай, хатта ҡош-ҡорт түгел, яҡын-тирәләге бүреләр ҙә уның тауышынан ҡурҡып, ҡасып бөткән, ти.
Ҡараңғы төшкәс, ҡыҙыл тунды үҙе барып алырға булып, ҡуян балаһы Төлкө өңөн эҙләп киткән. Барып табып, ипләп кенә эскә ингән. Өң эсе ҡараңғы, бер нәмә лә күренмәй икән. Һәрмәнеп йөрөй торғас, Төлкөнөң күпереп кенә ятҡан ҡойроғона ҡулы тейеп ҡалған. Ҡуян балаһы уны-быны белмәгән, Төлкө тунын сисеп, йоҡларға ятҡан, тип уйлаған. Туҡта, тунын ала һалайым да, ҡасайым, тип ҡапыл тартҡан икән, Төлкө «сәңк» итеп ҡалған да, «һап» итеп ҡуян балаһының ҡолағынан тешләп тә алған. Ҡуян балаһы «таж-тож» ҡысҡырып, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй өңдән сыҡҡан да сапҡан. Өйөнә саҡ ҡайтып йығылған. Иртәнсәк торһалар, һыңар ҡолағы юҡ, ти, бының. Төлкө өҙөп алып ҡалған.
Шул көндән башлап был ҡуян балаһын, үҙ исеме менән әйтмәй,
«Мөтөр ҡолаҡ, төлкө тун» тип йөрөтә башлағандар, ти.
Әкрәм БЕЙЕШ,
Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА.