+19 °С
Дождь
VK

АҠЫЛ, ФӘН ҺӘМ БӘХЕТ

Рәсәй халыҡтары әкиәттәре – башҡорт телендә  

АҠЫЛ, ФӘН ҺӘМ БӘХЕТАҠЫЛ, ФӘН ҺӘМ БӘХЕТ
АҠЫЛ, ФӘН ҺӘМ БӘХЕТ

Бер заман Аҡыл, Фән һәм Бәхет үҙ-ара бәхәсләшеп киткән, ти: имеш, кемеһе яҡшыраҡ та, кемеһе көслөрәк? Үҙҙәре хәл итә алмағас, улар бейҙәргә барып, хөкөм сығарыуҙарын һораған. Тегеләр Бәхеткә былай тигән:
– Һин, Бәхет, үҙгәреүсәнһең: кемгә нимә кәрәклеген һис айырмайһың. Йыш ҡына кәрәкмәгән ерҙә лә күренәһең: кешене бәхетле итәһең, уны тулҡынландыраһың, ғазапландыраһың, шунан ташлап китәһең. Аҡыл менән танышып ал, шул саҡ оҙаҡ йәшәрһең.
– Ә һин, Фән, – тигәндәр, – бөтә донъяла көслөһөң. Һин ташты иретеп, бөтә донъяға балҡыта алаһың. Ҡайһы саҡта юҡты бар итәһең, күп нәмәне юҡҡа сығараһың. Һин төҙөй ҙә, емерә лә алаһың. Аҡыл менән дуҫлашһаң, ҙур хөрмәттә оҙаҡ йәшәрһең! Аҡылға иһә хөкөмсөләр былай тигән:
– Донъяла кешенең һинән дә яҡшы дуҫы юҡ. Әммә кеше асыуланғанда, һин юғалаһың да, урыныңды яуызлыҡҡа бирәһең. Яуызлыҡ үҙ эшен эшләп бөткәс кенә кире ҡайтаһың. Һуңынан уның хаталарын төҙәтергә тырышаһың, ләкин ҡайһы саҡта булдыра алмайһың.
Әгәр һин баштан уҡ кешене ташлап китмәһәң, яуызлыҡ һинең урыныңды алмаҫ ине.
Һуңынан бөтәһенә лә былай тигән бейҙәр:
— Һин, Аҡыл, кеше бул! Һин, Фән, ат бул! Ә һин, Бәхет, сыбыртҡы бул! Әгәр берләшһәгеҙ, бөтәһенә лә яҡшы булыр!

Ҡаҙаҡ теленән Лариса АБДУЛЛИНА тәржемәһе.

Рәссам Азамат ҒАРИПОВ.

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас