+27 °С
Ясно
VK

ЗӘҢГИ БАБАЙ

Рәсәй халыҡтары әкиәттәре – башҡорт телендә      

ЗӘҢГИ БАБАЙЗӘҢГИ БАБАЙ
ЗӘҢГИ БАБАЙ

Борон заманда кешеләргә бик тә игелекле Зәңги бабай йәшәгән. Ул мал ҡараусы булған. Күп хәйләкәрҙәр уның ябайлығынан һәм йомартлығынан файҙаланған. Сөнки Зәңги бабай кемгә күҙ һалһа, шул кеше шунда уҡ байып китә икән. Шуға күрә алдаҡсылар уның күҙенә салынырға тырышҡан. Быны белеп ҡалған Зәңги бабай, кешеләр яҡынлашһа, йөҙөн ситкә бора ла ҡуя икән.
Ауылда бер ярлы кеше йәшәгән. Уның булған малы – бер генә дөйәһе икән.
Яҡшы тормошта йәшәгеһе килгән ярлы хикмәтле бабайҙы үҙенә бер генә тапҡыр булһа ла ҡаратырға ине, тип хәйлә ҡорған.
Ул дөйәһен салып, тиреһен һыҙырған да, эсенә бесән тултырған. Шунан был ҡарасҡыны арҡаһына һалып, дала буйлап сығып киткән. Кешеләр быны күреп:
– Ҡарағыҙ, ниндәй мөғжизә: кеше дөйәне күтәреп йөрөтә!
Быны ишеткән Зәңги бабай бик ныҡ аптыраған. Түҙмәйенсә, ярлыға күҙ һалған. Ә тегегә шул ғына кәрәк тә инде! Өйөнән дөйә ҡарасҡыһы менән сығып киткән ярлы
байып, һыйыр көтөүе менән ҡайтып ингән.


Ҡаҙаҡ теленән Лариса АБДУЛЛИНА тәржемәһе.

Рәссам Азамат ҒАРИПОВ.

 

 

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас