

Баҡсалағы сыйырсыҡ ояһында сәпсектәр уянды. Инә сәпсек Сырҡылбикә ата сәпсек Сырҡылдаянға өндәште: «Әтәстәр таңды аттырыу өсөн дәррәү ҡысҡырҙы. Беҙ ҙә тора һалайыҡ. Ҡара ҡарғаларҙы килтереп, ҡарға бураны үткәнгә байтаҡ көндәр уҙҙы.
Күбәләкләп яуған епшек ҡары менән сыйырсыҡ бураны ла үтте. Тышта ниндәйҙер йәнлелек һиҙелә. Йылы яҡтан оя хужалары сыйырсыҡтар ҡайтып инмәгәйе! Беҙҙе оятҡа ҡалдырып, ҡыуып сығарғансы, өй ҡыйығы аҫтындағы оябыҙға күсәйек».
Был ваҡытта ҡанаттарын фырылдатып, күк йөҙөн сыбарлатып, күмәкләп сыйырсыҡтар ҡайтып килә ине. «Бер аҙ йоҡлайыҡ әле!» – тине Сырҡылдаян. Сыйырсыҡтар килеп етеүгә, таң атты. Сәпсектәрҙе һиҫкәндереп, оя тишегендә сөм-ҡара сыйырсыҡ башы күренде. Был – оя хужаһы Сыйсырғәле ине. Үҙе юҡта ояһын баҫып алған ҡунаҡтарҙы ҡыуып сығарҙы. Ул арала инә сыйырсыҡ Сыйсырбаныу ҙа килеп етте. Сәпсектәрҙең арттарынан улар йәйгән ҡоро үлән, япраҡ, һалам, еп киҫәктәрен сығарып аттылар. Хәҙер оя эсен үҙҙәренсә төҙөкләндерәсәктәр.
– Әйттем мин һиңә, – тине инә сәпсек, – үҙебеҙҙең өй ҡыйығы аҫтындағы оябыҙ ҙа бынамын тигән ине бит!
– Минең дә сыйырсыҡ кеүек башымды ғорур күтәреп бейектә ултырғым килә лә баһа! – тине ата сәпсек.
Яҙҙың яҡынлашыуы күптән һиҙелгәйне. Ҡояш юғарыраҡ күтәрелеп, ҡар ҡатламдарын йомшартты. Ел дымлыраҡ, әсерәк була башланы. Быны һиҙеп, сәпсектәр сырҡылдашырға, беснәктәр «фью-фью, фио-фи!» тип йыр һуҙырға тотондо. Кәргән күленең боҙонда йылы яҡтан ҡайтып та өлгөргән һиртмәғойроҡтар туңған бөжәктәр эҙләп, йүгерешә башланы. Туҡтағанда оҙон ҡойроҡтары һелкенеп, боҙға тейеп-тейеп ала. Аҙбар башынан быны ҡарап торған ике әтәс, улар шулай итеп боҙҙо вата, тигән фекергә килде. Халыҡ телендә лә шундай ышаныу бар бит...
Ә бына бөгөн инде аҙбарҙа һыйыр, һарыҡ, кәзәләр болонға сығыу ваҡыты яҡынлашҡанын һиҙеп, күңелдәре күтәрелеп, ҡыбырҙаша. Ҡуналҡанан тауыҡтар һибелеп сығып, ерҙәге һалам өҫтөндә тибенә башланы. Тик ата ҡаҙ ғына бер үҙе моңайып баҫып тора. Сөнки инә ҡаҙ йорттағы карауат аҫтында талдан үрелгән ояла бәпкә сығарырға йомортҡа баҫып ултыра.
– Сыйырсыҡтарҙы әйтәм, – тип һүҙ башланы әтәс Ғилемйәр. – Хужа ағай уларға, яратып, беҙгә яһаған кеүек, оя эшләп ҡуйҙы.
– Ниңә яһайҙыр?! Йомортҡа һалырға беҙҙеке кеүек тауыҡтары ла юҡ бит уларҙың, исмаһам, – тип һүҙҙе дауам итте әтәс Фәйзелғаян.
– Һайрағанда һандуғас, селән, кәкүк кеүек ҡоштар, хатта бесәй, эт, тәлмәрйен тауыштарын ҡабатлайҙар, – тип һүҙгә ҡушылды сәпсек Сырҡылдаян. – Беҙ бына үҙ тауышыбыҙ менән генә сырҡылдайбыҙ.
– Көнләшәһеңме ни! Сыйырсыҡ кеүек өҙҙөрөп һарай алмайһың шул! Улар бит беҙҙең яҡ тәбиғәтенең киң диапазонлы йәнле тауыштарын матур көйгә һалып, донъяға тарата, – тине уларға ҡойма башына менгән бесәй. Уны ҡеүәтләп, үҙ ояһы янында ултырған Аҡбай: «Һау!» – тип өрөп ҡуйҙы. Сәпсек өндәшмәне. Башын күтәреп, бейек ҡолғалағы сыйырсыҡ ояһына ҡарап ҡуйҙы.
Әтәстәр аҙбар түбәһенән алыҫҡа күҙ һалды. Урман һайраусы төрлө ҡоштар килеүенә әҙерләнә ине. Нуғай баҫҡан күле – торналарҙы, Йылан күле – аҡҡоштарҙы, Кәреүҙе күле ҡыр өйрәктәрен көтә. Бәрәҙе күленең талдар менән уратып алынған тымыҡ урыны – ҡыр ҡаҙҙарын. Ә Йәүшелде күле кемде көтә? Уның һаҙлы-ҡамышлы яр буйын, ҡарға-сәүкәләр кеүек, шау-шыулы селәндәр төйәк итәсәк...
Илдус ТИМЕРХАНОВ,
Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА.