

Ысын булғанмы был хәл, әллә булмағанмы, бер бәләкәй генә ауылда йәшәгән, ти, бер ат. Ул бик тә маҡтанырға яратҡан.
Бер көндө үҙҙәрен кәзә тип атағандар барыһы ла бергә йыйылған да, атты оятҡа ҡалдырырға булған. Һәр береһе унан: «Нимәгә шул хәтлем маҡтанаһың ул?» – тип һораған.
Ә ат былай тип яуап биргән:
– Мин нимә теләйем, шуны эшләй алам, шуға ла маҡтанам!
– Ярай, улайһа, бөтә нәмәне эшләй белгәс, бар ҙа анау ҡаяны емер! – тигән кәзәләр.
Ат ҡая янына килгән дә, башы менән бәрә башлаған. Бәрә икән, һуға икән, ҡая урынынан да ҡуҙғалмаған, ә бына аттың мөгөҙҙәре һынып төшкән.
Шул ваҡыттан алып аттарҙың мөгөҙҙәре юҡ, ти.
МУЗАИРҘЫҢ ҠУЯНДАРЫ
Бер ваҡыт Музаир исемле һунарсы күршеһенә былай тип маҡтанған:
– Мин кисә урманда бер ҡыуаҡ аҫтында йөҙ ҡуян күрҙем!
– Кит! Булмаҫ?! – тип аптыраған күршеһе. – Йөҙ үк түгелдер инде?
– Йөҙ үк булмаһа ла, илле тирәһе бар ине.
– Оят түгелме һиңә, Музаир! Бер ҡыуаҡ аҫтында илле ҡуян ултырғанын кем күргән дә, кем ишеткән? – тип һораған күршеһе.
– Ярай, бәлки, илле түгелдер, ләкин унау бар ине. Ысын әйтәм! – тигән Музаир.
– Бына ҡыҙыҡһың... Ун ҡуян бер ҡыуаҡ аҫтында нимә эшләп ултырһын инде? Урманда урын бөткәнме әллә уларға? – тип төпсөнгән күршеһе.
– Ун... – тип һүҙ башлаған Музаир уйланып торған да: – Бәлки, ун да
булмағандыр. Ул оҙонғолаҡтарҙы кем һанап торһон? Ләкин бишәүһе теүәл бар ине! – тип яуаплаған.
– Бишәү ҙә булмағандыр әле! – тигән күршеһе көлөмһөрәп.
– Нисек инде булмаһын?! – тип асыуланған Музаир. – Мин берәүһен үҙем күрҙем!
– Бөтәһен дә уйлап сығарғанһыңдыр ул һин! Береһе лә булмағандыр, тип уйлайым хәҙер... – тигән күршеһе.
– Ышанмайһыңмы ни? – тип көйөнгән Музаир. Ә мин ысын әйтәм, үҙ ҡолаҡтарым менән ҡыуаҡ аҫтында ниҙер ҡыштырлағанын ишеттем!
Ҡумыҡ халыҡ әкиәттәрен Диниә САФИНА тәржемә итте.
Рәссам Гөлназ ИҠСАНОВА