+22 °С
Ясно
VK

ШАЛҠАН

Рәсәй халыҡтары әкиәттәре – башҡорт телендә.

ШАЛҠАНШАЛҠАН
ШАЛҠАН

Борон-борон заманда әбей менән бабай йәшәгән. Яҙ етеү менән бабай баҡсала шалҡан сәскән. Бабай уны көн дә ҡараған, һыу һипкән. Шалҡан бик ҙур булып үҫкән. Йолҡоп
сығарайым тиһә, көс етерлек түгел, ти. Бабай:
— Әбей, ярҙам ит әле, шалҡанды тартып сығарырға! — тигән.
Әбей йүгереп сыҡҡан, һәм икәүләшеп шалҡанды тарта башлағандар. Тарталар, тарталар, тартып сығара алмайҙар икән.
Әбей:
— Ейәнсәрем, кил әле, ярҙам итсе! — тигән. Өсәүләп уңға тарталар, һулға тарталар — тик шалҡан урынынан ҡуҙғалмай икән.
Ейәнсәр:
— Аҡбай, кил әле! — тип этте саҡырған. Дүртәүләшеп тарталар, тарталар, тартып сығара алмайҙар икән.
Аҡбай:
— Мыяубикә, кил әле! — тигән. Бишәүләшеп шалҡанды тартҡандар — тик ул урынынан да ҡуҙғалмай, ти.
Мыяубикә:
— Сысҡанды саҡырырға кәрәк! — тигән.
Сысҡан килгәс, бергәләп йәшелсәне тарта башлағандар. Тарта-тарта торғас, шалҡанды тартып сығарғандар.

Рәссам Артур Вәсилов.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас