Йәшәгән, ти , айыу балаһы. Барыһы ла уның яҡшы булған: ашарға татлы балы бар, әсәһе лә уның өсөн өҙөлөп тора, йәшәгән өңө лә ҙур ғына икән. Әммә айыу балаһын борсоған хәлдәр ҙә бар, ти. Төнөн йоҡларға ятһа, ҡурҡыныс төштәр йөҙәтә икән. Шуға ла, төнө буйына төрлө ҡурҡыныс ҡарасҡылар менән көрәшеп, йә уларҙан ҡасып арыған айыу, йоҡоһо туймайынса уяныр булған. Йоҡоһо туймағас, кәйефе лә төшөнкө, ти.
Бер көн айыу балаһынан Өкө һорай ҡуйған:
- Айыу дуҫ, һинең тормошоң әкиәт кеүек. Тик ниңә гел кәйефһеҙ йөрөйһөң ул?
- Сөнки төнө буйына төшөмә мөгөҙлө, ялбыр ҡарасҡылар керә, мин шуға йоҡом туймайынса уянам!
- Ә мин беләм ниңә һин ундай төштәр күргәнеңде! Һин бит көнө буйына ҡурҡыныс уйындар уйнайһың! Атыш, ниҙер емереү, һуғыш... Етмәһә, гел батҡаҡ яғында йөрөйһөң. Ә һин, башҡа йәнлектәр кеүек, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс уйындар уйнап ҡара! Һәм батҡаҡ яғына йөрөмә, болонға сыҡ! Сәскәләр, күбәләктәргә иғтибар ит!
Өкөнөң кәңәшен тыңлап, айыу балаһы шулай иткән дә. Һәм шул ваҡыттан алып уға тик мөғжизәле, матур төштәр килә икән төнөн.
Елена Ульева китаптарына таянып яҙылды.
Фото: Зиннур Боҫҡоновтан.