+22 °С
Ясно
VK
Әкиәт иленә сәйәхәт
26 Февраля , 06:10

ТАЛСЫБЫҠ

(Казак әкиәте) Рәсәй халыҡтары әкиәттәре – башҡорт телендә

ТАЛСЫБЫҠТАЛСЫБЫҠ
ТАЛСЫБЫҠ

Борон-борон заманда казак ерендә бер бабаҡай менән әбекәй йәшәгән. Улар бик эшсән булған, тик бына балалары булмаған. Бабай тал сыбығынан төрлө матур әйберҙәр үрергә оҫта икән.
Бер көндө ул оҙаҡ төрлө нәмәләр үреп ултырған, ә иртән әбей уянып китһә, өҫтәл янында үрелгән малай баҫып тора, ти!
Етмәһә, һөйләшә лә икән:
– Хәйерле иртә, атаҡай, әсәкәй! Нисек төн сыҡтығыҙ? Бабай менән әбей шул тиклем шатланған һәм малайға Талсыбыҡ тип исем ҡушҡан.
Казак малайы аҡыллы, етеҙ булып үҫкән. Талсыбыҡтан төрлө матур нәмәләр үрергә өйрәнгән. Уның эштәрен күрергә хатта алыҫтан да килгәндәр.
Ә берҙән-бер көндө Талсыбыҡты бабай менән әбей үҙҙәре менән йәрминкәгә алған. Шунда уның эштәре бер сауҙагәргә бик оҡшаған. Ул малайҙы алып китмәксе булған, ләкин Талсыбыҡ ризалашмаған. Шунда сауҙагәр уны тоҡҡа һалған да, урлап алып ҡасҡан.
Ят ерҙә Талсыбыҡ тыуған яғын һағынған һәм бер төндө атҡа атланып ҡасып киткән. Артынан ҡыуғандар. Ул әсәһе сигеп биргән зәңгәр ҡулъяулығын ташлаған. Шунда, Дон һымаҡ, ҙур йылға хасил булған, һәм ҡыуғынсылар уны ҡыуып етә алмаған.
Талсыбыҡ имен-һау тыуған өйөнә ҡайтып еткән. Бабаҡай менән әбекәй улдарын күреп шатланған. Улар бәхетле йәшәгән. Талсыбыҡ кешеләрҙе үҙенең матур эштәре менән һөйөндөргән.


Лариса АБДУЛЛИНА әҙерләне.

Рәссам Артур ВӘСИЛОВ.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас