Борон заманда булған, ти, бик аҡыллы бер ҡарт. Әйткән һүҙе раҫ килеп кенә торған, ти, бының. Берҙән-бер көндө был ҡартты батша янына елтерәтеп алыл килтергәндәр, ти.
— Әйт әле, бабай, иртәгә нимә була? — тип һоранылар, ти. Ҡарт:
— Иртәгә борсаҡ ҡатыш ямғыр яуыр. Күп ерҙә иген әрәм булыр,— тип әйтте, ти.
— Ә төндә нимә була? — тип һоранылар, ти.
Ҡарт:
— Төнө буйы ғәскәр башлығының аяҡтары һыҙлап сығыр,— тип әйтте, ти.
Икенсе көндө, ысынлап та, борсаҡ ҡатыш ямғыр яуып, игендәр әрәм булды, төнө буйы ғәскәр башлығының аяҡтары һыҙлап сыҡты, ти.
Шунан батша үҙенең һанаттарын саҡырып алды ла:
— Был берәй сихырсы ҡарттыр. Беҙҙең башҡа бәхетһеҙлек кенә юрап йөрөйҙөр ул! Нимә әйтһә — шул була. Хәҙер үк аҫып үлтерегеҙ үҙен! — тип бойороҡ бирҙе, ти.
Аҫыр алдынан бабайҙан:
— Берәй һүҙең юҡмы, сихырсы ҡарт. Булһа, әйтеп ҡал! — тинеләр, ти.
— Әйтер һүҙ юҡ, иллә мәгәр бер генә үтенесем бар: батшаның нурлы йөҙкәйҙәрен күреп үлгем килә, шуны күрһәтһәгеҙ ине! — тигән булды, ти, ҡарт.
Ҡартты батша янына алып инделәр, ти. Ул аҙ ғына батшаға ҡарап торҙо ла боролоп сыға башланы, ти. Сыҡҡанда:
— Хуш инде, батшам, үлемдән ҡотолоу юҡ — ҡол да үлә, батша ла үлә! — тип әйтте, ти.
Шул ваҡыт батша:
— Эй, ҡарт, ысынын ғына әйт әле, мин ҡасан үләм? — тип һораны, ти.
— Мин үлгәндән һуң теүәл ете көн үткәс үләһең. Бына шуның өсөн мин һинең менән бәхилләшергә индем дә инде! — тип әйткән булды, ти.
Батша шунда уҡ үҙенең был ҡартты аҫырға тигән бойороғон кире алды, ти, бабайҙы ашатып-эсереп, ебәктән генә кейендереп, уға ғүмеренә етерлек байлыҡ биреп сығарып ебәрҙе, ти.
Фото: Нүрзилә менән Инзирә Баязитоваларҙан.