Борон-борон заманда бер бабай менән әбей йәшәгән, ти. Улар бик ярлы торғандар, аслы-туҡлы көн иткәндәр. Уларҙы ҡарт көнөндә ҡарап, тамаҡтарын туйҙырырлыҡ улдары булмаған. Булған береһе үлеп торған. Тик бер ҡыҙҙары ғына ҙурайып китә алған.
Ҡыҙ үҙенең һылыулығы менән тирә-яҡта дан тотҡан. Уның даны хан улына ла килеп ишетелгән. Шунан ул һылыу ҡыҙҙы күрергә килгән.
Күргән. Шул бер күреүҙән ғашиҡ булған да ҡуйған. Егетте ҡыҙ ҙа оҡшатты, ти. Хан улы яусы ебәреп һоратҡас, ҡыҙҙың ата-әсәһе ҡаршы килеп тормаған.
Ижәп уҡытып, ҡыҙҙы алып, ҡайны йортонда бер нисә көн торған да хан улы ҡыҙҙы алып ҡайтып та киткән. Киткән саҡта, ата-әсәһе ҡыҙға:
— Төшкән ереңә барғас, беҙгә күстәнәскә тәмле берәй нәмә ебәрерһең,— тигән.
— Ебәрермен һуң,— тигән ҡыҙ.
Килен төшөргәс, хан өйөндә ҙур мәжлес ойошторолған. Ярлы ата-әсәһе ҡулында йәшәгән саҡта ғүмерҙә күрмәгән бик күп төрлө тәмле-тәмле аш амлыҡтар менән табын тулған. Быларҙың ҡайһыһын күстәнәскә ебәрергә булыр икән тип, ҡыҙ бөтә ашамлыҡтарҙы ла тәмләп ҡарарға булған. Тәмләп йөрөй, тәмләп йөрөй. Тәмләп йөрөй торғас, бик ныҡ һыуһап киткән дә был һалҡын һыу эскән. Уға рәхәт булып киткән, һыу бөтә нәмәләрҙән дә тәмлерәк тойолған.
Фото: Нүрзилә менән Инзирә Баязитоваларҙан.