Батшаның өс ҡыҙы булған. Бер ваҡыт батша ҡыҙҙарын саҡырып алған да һорай икән.
— Һеҙ мине нисек яратаһығыҙ?
Иң оло ҡыҙы әйткән:
— Атай, мин һине балдан да татлы итеп яратам.
Икенсеһе:
— Шәкәрҙән дә татлы итеп яратам,— тигән, ти.
Иң кесе ҡыҙы:
— Мин һине тоҙ кеүек яратам,— тигән.
Батша өлкән ҡыҙҙарының яуабына һөйөнгән. Ул мине тоҙ кеүек әсе итеп ярата икән, тип кесеһенең һүҙенә бик көйөнгән. Шуның үсен алмаҡсы булып, батша ике ҡыҙын ике батшаға кейәүгә биргән, иң кесеһен иң насар кешегә бирергә ниәтләнгән.
Бер әбейҙең бер генә улы булған була. Егерме биш йәше тулһа ла, һаман бишектә ята икән был егет. Батша ҡыҙын шуға бирмәксе булған. Оҙаҡламай ҡыҙҙы шул егеттең йортона оҙатҡандар, ти.
Ҡыҙ теген тегә, сигә икән, таҡыя тегә, бәйләй. Үҙе был әйберҙәрҙе әбейҙән һаттыра икән. Бер ваҡыт әбей тағы ла баҙарға йыйына башлаған. Килене унан бер-ике сәнскеле сыбыҡ алып ҡайтыуын һораған.
Әбей сыбыҡ алып ҡайтҡан. Килен кеше ошо сәнскеле сыбыҡ менән бер-ике тапҡыр егеткә һуҡҡан икән, егет бишектән һикереп төшкән дә шунда уҡ эшкә керешкән. Ҡыҙ уны эшкә өйрәтә икән. Ә ул күндәм эшләй, ти. Егет бик эшсән булып сыға. Былар шулай итеп бик яҡшы ғына йәшәп алып китәләр.
Бер ваҡыт ҡыҙ үҙенең атаһы менән әсәһен ҡунаҡҡа саҡырырға булған. Ҡыҙҙың әсәһе:
— Барайыҡ,— тип әйтә, ти. Ә атаһы:
— Бармайыҡ, йөрөмәйек,— тип тартыша, ти.
Шулай ҙа, еңешә торғас, барырға булалар.
Ҡыҙ һыйҙы бик яҡшы итеп әҙерләгән, ти. Өҫтәлдә йәнең ни теләй, барыһы ла бар, ти. Ул ашамлыҡтарҙы шундай матур итеп бешергән, ти, уларға ҡара һа, ашағыһы килмәгән кешенең дә ашағыһы килә башлаған, ти. Ҡунаҡтар өҫтәл тирәләй ултырышҡандар. Улар тәмләп-тәмләп ашай башлағандар.
Кешеләр ашай, ҡыҙҙың атаһы ашамай тик ултыра, ти. Баҡһаң, теге ҡыҙ үҙ атаһына бөтә нәмәне лә тоҙһоҙ итеп әҙерләгән икән, ти. Шунда батша үҙенең хатаһын аңлаған.
— Эй, ҡыҙым, мин яңылышҡанмын. Ысынлап та, тоҙһоҙ бөтә нәмә лә тәмһеҙ була икән,— тип үҙенең элекке хаталары өсөн ҡыҙынан ғәфү үтенгән дә күп итеп байлыҡ бүлеп биргән, ти.
Шул ваҡыттан алып улар бик оҙаҡ татыу, матур тормош кисергәндәр.
Фото:
Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән.