Ҡыҙыҡай өҫтәл артында һүрәттәр төшөрөп ултыра ине. Шул саҡ буй-буй һыҙатлы Бесәй килде лә, Ҡыҙҙың ни эшләгәнен күҙәтә башланы.
- Һин нимә эшләйһең? – тип һораны ҡыҙыҡһыныусан Бесәй.
- Мин һинең өсөн өй төшөрәм, - тине Ҡыҙ. – Бына ҡара әле: бына ҡыйығы, бына уның торбаһы, ә был – ишеге...
- Ә мин унда ни эшләйәсәкмен?
- Мейес яғырһың, бутҡа бешерерһең...
Һәм Ҡыҙыҡай торбанан сыҡҡан төтөндө төшөрөп ҡуйҙы.
- Ә тәҙрәһе ҡайҙа? Бесәйҙәр бит тәҙрәгә ырғый!
- Бына тәҙрәләр һинең өсөн. Бер, ике, өс, дүрт... – тине лә Ҡыҙ, дүрт тәҙрә эшләне.
- Ә мин ҡайҙа һауа һуларға йөрөйәсәкмен?
- Бына ошонда.
Ҡыҙыҡай өй тирәләй ҡойма һыҙҙы.
- Был баҡса буласаҡ, - тине Ҡыҙыҡай.
Бесәй уға ҡараны ла, ушҡырып ебәрҙе:
- Был ниндәй баҡса булһын? Бында бит бер нимә лә юҡ!
- Бер аҙ көт, - тине Ҡыҙыҡай. – Бына һиңә сәскә түтәлдәре, алмалы алмағастар, ә бына йәшелсә: бында кәбеҫтә үҫә, кишер ҙә бар...
- Кәбеҫтә? – тип йөҙөн һытты Бесәй. – Ә мин ҡайҙа балыҡ тотасаҡмын?
- Бына бында...
Ҡыҙыҡай быуа эшләне, ә быуала – балыҡтар.
- Шәп... Ә ҡоштар буласаҡмы? – тине ҡыҙыҡһыныусан Бесәй. – Мин ҡоштар яратам.
- Буласаҡ. Бына тауыҡтар, бына әтәс, бына ҡаҙ, ә былары – өс себеш.
Шул саҡ Бесәй ирендәрен яланы, мыяулап ҡуйҙы, унан шым ғына һораны:
- Ә сысҡандар.. буласаҡмы унда? Өйҙә?
- Юҡ, сысҡандар булмаясаҡ.
- Ә кем минең өйөмдө һаҡлаясаҡ?
- Уны һаҡлаясаҡ... – Ҡыҙыҡай будка төшөрҙө: - Уны бына ошо Маһмай һаҡлаясаҡ!
Бесәй хатта ҡойроғон тырпайтты, йөндәре лә ниңәлер үрә торҙо.
- Оҡшамай миңә бындай йорт, - тине Бесәй. – Йәшәгем килмәй минең унда!
Унан торҙо ла, китеп тә барҙы, гүйә, үпкәләттеләр.
Бына шундай тиҫкәре Бесәй!
Владимир Сутеев.
Рита Хәсәнова тәржемәһе.
Һүрәт - асыҡ сығанаҡтарҙан.