Илъяс (Вова) һүрәткә Әтәсте төшөргән дә, буярға онотҡан.
Әтәс йөрөп килергә булған.
- Ниңә буялмайынса йөрөйһөң улай? – тип аптыраған Эт.
Әтәс һыуға ҡараған. Ысынлап та – Эт бит дөрөҫөн әйтә.
- Күңелеңде төшөрмә, - тигән Эт. Буяуҙарға бар: улар һиңә ярҙам итер.
Әтәс Буяуҙарға килгән дә, һорай икән:
- Буяуҙар, Буяуҙар! Ярҙам итегеҙсе миңә!
- Ярай, - тигән дә Ҡыҙыл Буяу, уның ҡабырсаҡ менән һаҡалын ҡыҙылға буяған.
Күк Буяу ҡойроғоноң ҡауырһынын күккә маныған.
Йәшел Буяу – ҡанаттарын.
Ә Һары Буяу – күкрәген.
- Бына хәҙер һин ысын Әтәс! – тигән Эт.
Рита Хәсәнова тәржемәһе.
Владимир Сутеев.
Рита Хәсәнова тәржемәһе.
Һүрәт - асыҡ сығанаҡтарҙан.