Бөтә яңылыҡтар
Әкиәт иленә сәйәхәт
21 Ғинуар , 13:36

СЫСҠАН МЕНӘН ҠӘЛӘМ

Әсәй, уҡыйыҡ әле!  

СЫСҠАН МЕНӘН ҠӘЛӘМ
СЫСҠАН МЕНӘН ҠӘЛӘМ

Илъястың (авторҙыҡы - Вова) өҫтәлендә йәшәгән, ти, Ҡәләм. Бер ваҡыт, Илъяс йоҡлаған саҡта, өҫтәлгә Сысҡан килеп менгән. Ҡәләмде күреп ҡалғас, тиҙ генә эләктереп алып, үҙ өңөнә һөйрәкләгән.
- Зинһар, ебәр мине! - тип өндәшкән Ҡәләм. – Нимәгә мин һиңә? Мин – ағастан, мине ашап та булмай бит.
- Ә мин һине кимерәсәкмен! - тигән Сысҡан. – Минең тештәрем ҡысый һәм миңә һәр ваҡыт нимәнелер кимерер кәрәк. Бына ошолай! – тигән дә, Сысҡан Ҡәләмде тешләп алған.
- Ой!.. – тигән Ҡәләм. – Улайһа, һуңғы тапҡыр һүрәт төшөрөргә рөхсәт ит миңә. Унан, ни теләһәң дә, эшләрһең...
- Һинеңсә булһын, - тип ризалашҡан Сысҡан. – Төшөр һүрәтеңде! Аҙаҡ мин һине барыбер бәләкәс кенә өлөштәргә хәтлем кимерәсәкмен!
Ҡәләм, ауыр тын алған да, түңәрәк һыҙған.
- Был сырмы? – тип һораған Сысҡан.
- Бәлки, сырҙыр, - тигән Ҡәләм һәм тағын өс бәләкәй генә түңәрәк төшөргән.
- Сыр инде, әлбиттә, ә был – уның тишектәре, - тип ҡыуанған Сысҡан.
- Бәлки, тишектәрелер, - тип ризалашҡан Ҡәләм һәм тағын бер ҙур түңәрәк һыҙған.
- Был алма бит! – тип ҡысҡырған Сысҡан.
- Бәлки, алмалыр ҙа, - тигән дә Ҡәләм, дүрт оҙонса түңәрәктәр төшөргән.
- Мин белә-әм, был – сарделькалар! – тип ҡысҡырған Сысҡан, ирендәрен ялап. – Йә, етәр инде, минең тештәрем ныҡ ҡына ҡысыта.
- Бер аҙ ғына көт, - тигән Ҡәләм.
Һәм Ҡәләм, түңәрәк өҫтөнә ике өсмөйөш төшөргәс, Сысҡан ҡысҡырып ебәргән:
- Был бит... бес.. Төшөрмә башҡа!
Ул арала Ҡәләм оҙон мыйыҡтар ҙа һыҙып ҡуйған.
- Был бит ысынлап та Бесәй! – тип сыйылдаған ҡото осҡан Сысҡан. – Ҡотҡарығыҙ! – Шул һүҙҙәр менән үҙенең өңөнә ташланған.
Шул ваҡыттан алып Сысҡан үҙ өңөнән моронон да күрһәтмәй ти.
Ә Ҡәләм һаман да Илъястың өҫтәлендә йәшәй, әммә хәҙер ул бәләкә-әй генә булып ҡалған.
Йә, һин дә ҡәләмең менән ошондай бесәй һүрәтен төшөрөп ҡуй? Сысҡандарҙы ҡурҡытырға!

 

Владимир Сутеев.

Рита Хәсәнова тәржемәһе.

 

Һүрәт - асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас