Йәшәгән, ти, бәләкәй генә Ҡуянҡай. Аяҡтары шул тиклем йүгерек икән, күҙҙәре - үткер, ҡолаҡтары - һаҡ. Бер кем дә уны ҡыуып тота алмаған, шуға күрә Ҡуянҡай бер кемдән дә ҡурҡмаған. Көнө буйы ялан-ҡырҙар буйлап сапҡан, уйнап туя алмаған. Тик Ҡояш кис офоҡҡа ҡайтып, ҡараңғы төшөү менән Ҡуняҡай дерелдәй башлаған.
Ҡуянҡай менән бергә уның өйө лә, урындығы ла, мендәре лә дерелдәй икән.
- Ни булды тағын? - тип аптыраған әсәһе. - Урындығың уңай ғына, мендәр-юрғаның - йомшаҡ. Ни өсөн йоҡламайһың, дер-дер киләһең?
- Ә төн? Ни өсөн килде ул беҙгә? Көндөҙ бөтә нәмә күренә. Ә төндә бер нәмә күрерлек түгел! Нимә унда - ҡараңғылыҡ эсендә?! Ҡурҡыныс бит!
- Нисек инде? - тәҙрә артынан ниндәйҙер тауыш ишетелгән. - Мин бармын бит бында!
- Әсәй! Кем унда? - тип ҡысҡырып ебәргән Ҡуянҡай.
- Хәҙер ҡарарбыҙ, - тигән дә, әсәһе ишекте асҡан.
Тупһала Баҙлауыҡ баҫып тора, ти!
Бына кем төндәрен урам буйлап йөрөй икән!
- Барыһы ла йоҡлаған ваҡытта һуҡмаҡтар буйлап мин йөрөйөм ул. Һәм үҙемдең кескәй генә фонарым менән яҡтыртып барам.
- Тик ни өсөн? - Ҡуянҡай аптырап киткән.
- Бер кем дә төндән ҡурҡмаһын өсөн! Теләһәң, һиңә лә мөғжизәле фонарымды бүләк итәм!
- Ә һин?
- Минең тағын бар, бошонма!
Һәм Баҙлауыҡ Ҡуянҡайға үҙенең кес кенә фонарын бүләк иткән.
Шунан алып Ҡуян балаһы ҡараңғылыҡтан ҡурҡмай икән. Беренсенән, уның төндә яҡтыртыр фонары бар, икенсенән, бөтәһе лә йоҡлаған ваҡытта урамдар буйлап изге күңелле Баҙлауыҡ йөрөүен белә ул хәҙер. Шәп бит?!
Елена Ульеваның әкиәтен Ритә Хәсәнова тәржемә итте.
Ирина Әхмәҙуллина рәсеме.