Был бойҙай бөртөктәрен дуҫы Сәпсек табып ала ла, йәһәт кенә Турғай дуҫына ашыға:
- Ҡара, мин күпме бойҙай бөртөгө таптым, әйҙә бергәләп һыйланайыҡ, - тип, дуҫы ҡаршыһына ун бөртөк бойҙай һала.
- Кит, үҙең тапҡанһың, үҙең генә аша.
- Беҙ бит дуҫтар, ә уларҙың бөтә нәмәһе лә уртаҡ, килешәһеңме?
Оятынан ҡып-ҡыҙыл булған Турғай, ҡарашын күтәрмәй генә:
- Эйе! - ти.
Сыпсыҡ бойҙай бөртөктәрен тигеҙ итеп бүлеп, яртыһын турғайға, ҡалғанын үҙе алдына һала.
Турғай:
- Рәхмәт, Сыпсыҡ, һин ысын дуҫ икәнһең, мин үҙемдең хатамды аңланым, - тигән, ти.