+22 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Әкиәт иленә сәйәхәт
29 Апреля 2025, 08:45

АЛҺЫУ БОЛОТ

(әкиәт) Донъя әҙәбиәте – башҡорт телендә

АЛҺЫУ БОЛОТАЛҺЫУ БОЛОТ
АЛҺЫУ БОЛОТ

Борон-борон заман йәшәгән, ти бәләкәй генә болот. Ул Ҡыҙыл диңгеҙ өҫтөндә күктә тыуған, шуға ла төҫө башҡаларҙыҡы кеүек, һоро ла, ҡара ла түгел, ә ал икән.
Уға үҙе йәшәгән был донъя бик оҡшаған. Ер өҫтөнән осоп үткәндә, болот урмандарҙың йәшеллегенә, күлдәрҙең һәм йылғаларҙың зәңгәрлегенә, болондарҙың төрлө төҫтәренә һоҡланған. Ул бик нескә күңелле булған һәм ергә төшөп, уның бар матурлығын күрергә теләгән.
Бер мәл алһыуҡай ҙур ҡара болотто күреп ҡалған. Тегенеһе дөбөрләгән, йәшендәрен уйнатҡан һәм ергә ҡеүәтле ямғыр тамсылары булып ҡойолған.
Кескәй алһыу болот, ниһайәт, хыялы тормошҡа аша, һәм ул да ергә терелткес һыу булып ҡойоласаҡ, тип ҡыуанған.
Ҡара болотҡа бергә булайыҡ, тип үтенгән. Әммә дөбөрлө тауыш былай тигән: «Юҡ! Һин бик бәләкәйһең, йәнә лә алһыуһың. Һин минең ҡеүәтемде кәметәһең генә! Бар үҙ юлың менән бул!»
Алһыуҡай ҡайғырған һәм һоро төҫкә ингән. «Нисек итеп миңә ғүмеремдәге иң кәрәкле эште атҡарырға икән – ергә үҙемдә йыйылған дымды бирергә?»– тип уйлаған күк сәйәхәтсеһе. Ул бигерәк бәләкәй булған шул, шуға ла үҙендә болот бәһлеүәндәге ямғыр булып түшәлерлек йәшенле, ҡеүәтле көстө тоймаған.

Ул арала йәшенле болот көслө ямғыр булып яуып, офоҡ артына шылған. Күктә ҡояш ҡалҡҡан һәм йәнә лә алһыуҡай мөләйем төҫөнә ингән. Ул бойоғоуҙан туҡтаған һәм ямғырҙан һуң ер тағы ла хозурыраҡ, ә унда төҫтәр тағы ла баҙығыраҡ һәм сағыуыраҡ булыуына шатланып, еңел генә итеп осоп киткән.
Бер мәл сәйәхәтсе юл өҫтөнән осоп барғанда, бәләкәй генә ҡыҙҙы күреп ҡалған. Уның нимәгәлер кәйефе юҡ һәм битенән күҙ йәштәре аға икән. Болот ныҡлабыраҡ ҡарап, һис уйламағанда, кемдер тапап киткән мөғжизәле сәскә янында баланың илап ултырыуын күргән. Ҡыҙыҡай сәскәнең һәр бер тажын матурлай, әммә ул барыбер башын күтәрмәй икән. Гөлдө бары тик һыу ғына ҡотҡара ала.
Алһыуҡай туҡтаған. Ул үҙенең күңелендә хәтәр ныҡ йәлләү һәм мәрхәмәт тойғоһо яралыуын һиҙгән. Һәм көтмәгәндә мөғжизә барлыҡҡа килгән: болотҡай ... илап ебәргән! Ул йылы алһыу һыу ағымы булып түгелгән һәм, хыялы тормошҡа ашыуҙан, шундай еңеллек һәм ҡәнәғәтлек кисергән. Алһыу тамсылар ергә, һулып барған сәскәгә тамған һәм ҡояш нурҙарында сағылған. Рәхәтләнеп илаған болот тағы ла нығыраҡ бәләкәйләнгән. Бер үк ваҡытта ул эстән ҡыуанысҡа, бәхеткә тулышҡан һәм киң алһыу таҫмалы бейек
йәйғорға әйләнгән.
Ә был ваҡытта ерҙә лә мөғжизә тыуған. Тере ямғыр тамсылары менән һуғарылып, сәскә ҡояшҡа башын ҡалҡытырға көс тапҡан. Уға һәм төрлө төҫтәге йәйғорға ҡарап, ҡыҙыҡай көлөп ебәргән – ул да был мәлдә оло бәхет кисергән.

 

Светлана БЫКОВА.
Белорус теленән Лариса АБДУЛЛИНА тәржемәһе.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас