+17 °С
Облачно
VK
Халыҡ ижады
4 Мая , 06:34

Тиҙәйткестәр, тел төҙәткестәр

И.Ғ..Ғәләүетдиновтың "Балалар фольклоры" китабынан (Өфө - 1994)

Тиҙәйткестәр, тел төҙәткестәрТиҙәйткестәр, тел төҙәткестәр
Тиҙәйткестәр, тел төҙәткестәр

Бөҙрә баш Барый Баймаҡтан ҡайтҡас, билсәнде бөтөрәм тип, баҡсаһына барған. Бөгөлөп-һығылып, бар белемен биреп, билсәнде ботарлай башлаған, бер бөгөлөп, бер эйелеп йөрөй торғас, бахыр Барый билен бөтөргән, билсәнде бөтөрөргә булыш тип, Баныуҙы саҡырған. Барый менән Баныу бөтөрөлөп-бөтөрөлөп билсән утағандар. Билсәнде бөтөрөрлөк булмаған. Бөҙрә баш Барый, бахыр Баныу был тиклем бөтө­рөлгәнсе тип, бил яҙлыҡтырырға булған. Барыйҙың да, Баныуҙың да билдәре ҡатҡан, билһеҙ булып былар бөкрәйеп бер сәғәт ятҡан.

***
Һеҙҙең Зөфәр бөҙрә булһа,
Беҙҙең Зөһрә лә бөҙрә.

***
Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙебеҙҙеке. Һеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме, мөгөҙө үгеҙегеҙҙекеме?

***
Килгән Ғата, кейгән ҡата ,
Урам буйлап ләстит һата,
Инде хәҙер көтөү ҡайта.

***
Ҡарға әйтә: ҡар-ҡар-ҡар,
Бында еләк бар-бар-бар,
Тик яланы тар-тар-тар,
Еләк өҫтө ҡар-ҡар-ҡар.

***
Аҡ ҡарға, ҡара ҡарға,
Ҡарға йыйылған ҡарға.
Аттым ҡарға, төштө ҡарға,
Аҡ ҡарға, ҡара ҡарға.
Шул ҡарғаны ҡарар өсөн
Ҡарға йыйылған ҡарға.

***
Ҡарамалылағы ҡара ҡашлы Ҡарағол ҡарттың ҡап-ҡара ҡа­ҙы ҡайҙалыр ҡасҡан.

***
Ҡарға, ҡарға, осоп кил, беҙгә яҙҙы алып кил. Бергәләшеп йө­рөрбөҙ, тәмле бутҡа бирербеҙ. Уртаһына төшөп кенә май булып та ирербеҙ.

***
Ҡарамалы ауылы ҡара Ҡарағолға сана ҡарамалатырға биргәйнем. Ҡарамаланымы икән, ҡарамаламаны микән. Ҡарамала­һа ла, ҡарамаламаһа ла, ҡарамаламауына, ҡарамалауына ҡарамайынса ҡарап ҡына алып ҡайт әле .

***
Ҡара ҡарға ҡороған ҡарағайға ҡунды, ҡара ҡарғаның, ҡар­ға ҡарағас, ҡапыл ҡобараһы осоп, ҡороған ҡарағастың ҡап-ҡара ботағынан ап-аҡ ҡарға ҡап-ҡара ҡарға ҡоланы.

***
 Мейес башында биш бесәй,
Биш бесәйҙең биш башы,
Биш бесәйҙең биш башына,
Емерелмәһен мейес башы.

***
Ҡап-ҡара ҡарағат-ҡаптым, ҡап-ҡара ҡуңыҙҙан ҡотом ҡойолоп ҡайтҡара ҡарағат ҡыуағы аҫтына ҡастым, ҡарағат ҡыуаҡта­ры артынан ҡояшҡа ҡарап ҡаттым.

***
Ҡара ағай ҡарағай ҡырҡа,
Ҡырталаша ҡарағай.
Ҡырҡма, ҡара, йөҙөң ҡара
Ҡайт ҡалаңа, Ҡара-ағай .

***
Ҡаҙҙар ҡаңғылдашып
Ҡанат ҡағынды.
Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға
Ҡайтты тағы ла.

***
Күпер башында күк күркә,
Күк күркәгә кәрәк күп көрпә.

***
Күрше күркә Ҡәйүм күҙҙәрен ҡыҫа-ҡыҫа; ҡулын ҡаҡ маңлай­ына ҡуйып, күккә ҡарай-ҡарай ҡояштың ҡыҙарып күтәрелеүен,ҡып-ҡыҙыл нурға күмелеп ҡырҙарға ҡалҡыуын күҙ ҡабағы аҫты­нан күҙәтте.

***
 Ҡарға ҡарғағанға ҡарап, ҡар яумай тормаҫ.

***
Ҡапҡан таптым, ҡапҡанға ҡаптым.

***
Таҡта ҡаҡма, ҡапҡа ҡаҡ!

***
Ҡапҡа ҡаҡма, тотҡа ҡаҡ !

***
Ҡара ҡарға ҡарға ҡарағанда ҡара, ҡарға ҡарағанда ҡара ҡарға ҡара.

***
 Ҡараңғыла ҡара ҡарғаға ҡараным,
Ҡара ҡарға ҡараңғы ла ҡараһаң да,
Ҡарамаһаң да ҡара ҡарғаға ҡарағанда
Ҡара ҡарасҡыға оҡшап тора.

***
Килгеләштергеләштергеләп йөрөгөлә, ултырғылаш тырғылаштырғылап торорбоҙ.

***
Ҡарамалылағы бер ҡартҡа ҡараманан сана ҡарамаларға биргәйнем. Ҡарамаланы микән, ҡарамаламаны микән? Ҡарамалаһа ла, ҡарамаламаһа ла, ҡарамалағаны на, ҡарамаламағанына ҡарамайынса үҙең барып алып ҡайт. Ул ҡарамаламаһа, үҙем ҡарамалармын. Ҡараманан сана ҡарамалау — борондан килгән һөнәр.

***
 Ары ла лап-лап, бире лә лап-лап, һөңгө һаплап, кейеҙ ҡаплап, лап-лап-лап.

***
Мышлаған-мышлаған,
Мейес башында ҡышлаған.
Тирләмәгән, бешмәгән,
Белмәһә лә үҫмәгән.

***
 Мәкәримов Мирсаяф Мирғәли малайы машина майы менән маңлайын майлаған да мендәренә менеп мендәрҙе майлаған.

***
Төлкө, өтөлөп-өтөлөп, өйрәк өйрәһен, өрпөлдәтеп-өрпөлдәтеп
һемерҙе. Көндә өтөлөп-өтөлөп өйрәк өйрәһен өрпөлдәткәң төлкө, әйтергә көлкө, өскил булып, өйрәктән һимерҙе.

***
 Соҡалының соҡорон сыҡҡан саҡта Сәмәрәнең силәге сатнаған.
Һиҙиәт һыйырға, һарыҡҡа һалам һалғанда һәнәген һынды­рып, һәнәгенең һабын Һәҙиәгә һикһән һигеҙ һумға һатҡан.

 

Фото: Нүрзилә менән Инзирә Баязитоваларҙан.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас