Деңки-деңки дең һары,
Атаһы кеүек һап-һары.
Һары булһа һандуғас,
Ҡара була ҡарлуғас.
Ғалим килһә, ишек ас,
Наҙан килһә, сығып ҡас!
Ғалимдарҙың ҡулында
Ҡәләм менән хат булыр.
Наҙандарҙың ҡулында
Көрәк менән сүп булыр.
Атаһына ай кеүек,
Әсәһенә көн кеүек,
Апаһына гөл кеүек,
Бабаһына туп кеүек,
Килеп-киткән кешеләргә,
Сүп ҡәҙәр ҙә юҡ кеүек.
— Бабаһының кеме был?
— Тауға менәр таяғы.
— Әбейенең, кеме был?
— Һөт өҫтөндә ҡаймағы.
Осоп бара бер себен, сәп!
Ҡасып бара бер себен, сәп!
Бында бер серәкәй,
Бында бер күгәүен,
Ләпәк, ләпәк,
Сәп--сәп, сәп.
Сәпәкәй. ҡағыр ҡыҙҙары,
Ауыртмаһын ҡулдары.
Билдәренә таянып,
Бейеп китәр улдары.
Ауыртһа ла ауыртһын,
Ҡул сапҡандың ҡулдары.
Сәпәк, сәпәк, сәпәкәй,
Бейетеп тора әсәһе,
Таҡмаҡ әйтә апаһы,
Өҙөлөп тора атаһы.
Сәптиләк, сәптиләк,
Сәптиләккә, кем кәрәк?
Атаһы бар, әсәһе бар,
Шунан башҡа кем кәрәк.
Сәп-сәп, сәпәкәй,
Майға бешкән әпәкәй.
Бик тә етеҙ, бик тә сос
Бейей икән сәтәкәй.
Әлли ит, бәлли ит,
Әлеш-бәлеш!
Ҡандалаға һалма,
Ҡыҙыма алтын алма.
Фото: Гүзәлиә Дәүләтбирҙинанан