Борон-борон заманда бер әбей менән бабай йәшәгән. Уларҙың икеһенең дә берәр ҡыҙҙары булған. Ҡыҙҙар икеһе лә үҫеп еткән. Бабайҙың ҡыҙы бик матур, эшлекле булған. Ә әбейҙең ҡыҙы йәмһеҙ ҙә, эшлекһеҙ ҙә икән.
Бер ваҡыт күрше ауылдан бер батыр егет ҡыҙҙар һайларға килгән. Бер урында йыйын йыйнағандар, аш бешергәндәр. Бөтә кешеләр ҙә ошо урынға ҡы ҙҙарын алып барырға тейеш булған. Әбей ҙә үҙенең
ҡыҙына ебәк күлдәктәр кейҙереп, ебәк яулыҡтар ябып, иңенә елән һалып, йыйынға алып киткән.
Барып еткәндәр, ултырғандар, аш ашағандар. Әбейҙең ҡыҙы ашаған бер һөйәген еңенә тығып ултырған.
Бабайҙың ҡыҙы йыйынға алып бармағандары өсөн бик ныҡ илаған. Үҙе барыр ине, кейер кейеме булмаған. Ул тышҡа сыҡҡан да әсәһенән ҡалған күк һыйырҙы күргән. Илаған-илаған да һыйырға һамаҡлап:
Әсәйемдән ҡалған күк һыйыр,
Күккә ҡарап баҡырсы! — тигән.
Күк һыйыр күккә ҡарап баҡырған. Күктән ҡыҙға матур елән, камзулдар килеп төшкән. Ҡыҙ тағы бер мәртәбә һамаҡлаған. .
Күк һыйыр баҡырып ебәргән. Күктән ҡыҙға матур күлдәк, яулыҡ, шәлдәр килеп төшкән.
Ҡыҙ өсөнсө мәртәбә һамаҡлаған. Күк һыйыр баҡырып ебәргән. Күктән ҡыҙға итек, калуштар килеп төшкән.
Ҡыҙ ҡыуана-ҡыуана кейемдәрҙе кейгән дә йыйынға киткән. Ул барғанда, йыйындың иң ҡыҙыу ваҡыты булған. Егет, ҡыҙҙар һайлап-һаңлап, бер ҡыҙҙы ла оҡшатмаған. Ошо ваҡытта был ҡыҙ ишектән килеп ҡараған. Бөтә ҡыҙҙар араһында иң матур, бик ыҫпай кейенгәне был ҡыҙ икән. Егет, ҡыҙҙы күреү менән, етәкләп алған. Әбей, үҙенең ҡыҙы үтмәгәнгә асыуы килеп, кимереп ултырған һөйәге менән үҙ ҡыҙының күҙен һыта һуҡҡан да ҡайтып киткән.
Ә егет, һылыу ҡыҙҙы кәләш итеп алып, ҙур байрам яһаған, шунан үҙенең ауылына алып ҡайтып киткән.
Әбей менән ҡыҙ, өйҙәренә ҡайтҡас, бабайҙың ҡыҙы өйҙә булмағанға аптырағандар. Егет алған ҡыҙҙың шул икәненә шикләнгәндәр. «Ул шундай кейемдәрҙе ҡайҙан алһын»,— тип уйлағандар. Һуңынан ышанғандар.
Егет менән ҡыҙ бик яҡшы донъя көткән. Уларҙың бер улы тыуған. Бер көндө улдарын алып, өсәүләшеп үгәй әсәгә ҡунаҡҡа килгәндәр. Нисә кистер инде ҡунаҡ булғас, ҡайтырға сыҡҡандар. Бер аҙ китә биргәс, ҡыҙ улының йүргәге тороп ҡалғанын белгән.
Улын атаһына тотторған да ҡыҙ үгәй әсә өйөнә кире ҡайтҡан. Барып инһә, әбей:
— Ә-ә, килдеңме әле? — тип, ҡыҙҙы тотоп алған да туҡмап-туҡмап кейемдәрен систереп алған. Шунан һуң: — Бар, аҡҡош булып осоп кит,— тип ҡыҙҙы осороп ебәргән.
Үгәй әсә ҡыҙҙың кейемдәрен үҙенең һуҡыр ҡыҙына кейендергән дә, йүргәкте биреп:
— Әгәр күҙең ни эшләп һуҡырайҙы тиһә, йүргәкте алайым тигәндә, сәйгә төкөнөм тип әйтерһең,— тип, ҡыҙын оҙатып ҡуйған.
Ҡыҙ кейәү янына килеп еткәс, егет:
— Ни эшләп күҙең һуҡырайҙы? — тип һорай икән.
— Йүргәкте алайым тигәндә, сәйгә төкөнөм,— тип яуап биргән ҡыҙ.
Егет кәләшен, балаһын алған да, ҡайтып киткәндәр. Үҙенең әсәһе булмағас, бала алһыҙ-ялһыҙ илаған. Ҡайтып еткәндәр, ә бала һаман алһыҙ-ялһыҙ илауын дауам иткән. Егеттең һеңлеһе булған. Ул, бала бик илағас, уны урманға алып барған. Урманға етеп, ергә ултырғас, һауанан бер төркөм аҡҡош килгәнен күргән. Шул ваҡытта ҡыҙ:
Бынау ғына бәпкәнең
Күрмәнегеҙме әпкәһен? — тип һораған.
Аҡҡоштар бер тауыштан:
— Артта! Артта! — тип ҡысҡырғандар.
Икенсе төркөм аҡҡоштар осоп килгән. Быларҙы күргәс, ҡыҙ тағы һораған.
Аҡҡоштар:
— Хәҙер килә,— тип киткәндәр.
Күп тә үтмәгән, һауанан бер яңғыҙ аҡҡош осоп килгәне күренгән. Ҡыҙ һамаҡлап һораған:
Бынау ғына бәпкәнең
Күрмәнегеҙме әнкәһен?
Аҡҡош осоп килеп төшкән дә кеше ҡиәфәтенә кергән. Быныһы — баланың әсәһе, ҡыҙҙың элекке еңгәһе булған. Ул бөтә хәлде һөйләп биргән. Улын имеҙеп:
— Өс төн, өс көн йоҡлар, унан һуң тағы ла ошонда килтерерһең,— тигән дә, аҡҡош булып, баяғы аҡҡоштар осҡан яҡҡа осоп киткән.
Ҡыҙ ҡустыһын алып ҡайтҡан. Бала өс көн, өс төн йоҡлаған. Унан һуң тағы илай башлаған. Апаһы ҡустыһын тағы ла урманға алып барған. Урманға етеп, ергә ултырғас, һауанан бер төркөм аҡҡош килгәнен күргән. Шул ваҡытта ҡыҙ:
Бынау ғына бәпкәнең
Күрмәнегеҙме әнкәһен? — тип һораған.
Аҡҡоштар бер тауыштан:
— Артта! Артта! — тип ҡысҡырғандар.
Икенсе төркөм аҡҡоштар осоп килгән. Быларҙы күргәс, ҡыҙ тағы һораған.
Аҡҡоштар:
— Хәҙер килә,— тип ҡысҡырып киткәндәр.
Күп тә үтмәгән, һауанан бер яңғыҙ аҡҡош осоп килгәне күренгән.
Ҡыҙ һамаҡлап һораған:
Бынау гына бәпкәнең
Күрмәнегеҙме әнкәһен?
Аҡҡош килеп төшкән, балаһын имеҙгән дә осоп киткән.
Ҡыҙ ҡустыһын алып ҡайтҡан. Бала өс төн, өс көн йоҡлаған. Өйҙәгеләр:
— Был бала нисек кенә былай йоҡлай? Урманда былар ни эшләй икән? — тип аптырашҡандар, баланың атаһы аңдырға булған.
Һеңлеһе өсөнсө тапҡыр, ҡустыһын алып, урманға барған. Ағаһы артынан йәшенеп кенә күҙәтеп килгән.
Ҡыҙ, элеккесә һамаҡлап, аҡҡоштарҙан һораған.
Аҡҡоштар:
— Артта! Артта! Хәҙер килә! — тигәндәр.
Баланың әсәһе килеп улын имеҙгән дә, инде китәйем тигәндә генә, ире уны тотоп алған. Ҡатыны иренең ебәреүен үтенгән, яланғас булғас, оялған. Ире ебәрмәгән. Барыһын да һорашҡан, ҡатыны эштең нисек булғанын һөйләп биргән. Ағаһы менән һеңлеһе, ҡатынға үҙҙәренең кейемдәрен кейҙереп, өйгә алып ҡайтҡандар.
Үгәй әсәгә ләғнәт уҡығандар. Егет өйҙәге һуҡыр ҡатынын шул көндө ҡыуып ҡайтарып ебәргән.
Шулай итеп, былар элеккесә матур итеп донъя көтә башлағандар.
"Әкиәттәр" китабынан (Өфө - 1996)