Серәкәй себенде себендәк, ти,
Себен серәкәйҙе серелдәк, ти.
***
Һары Сабираға һары сандали,
Һары сандалиға һары Сабира.
***
Һыуыҡ һыу һалҡын була,
Һыуыҡ килһә, һыу туңа.
***
Һонтор Нәзиә һалам эшләпәһен һалпылдатып, һалмаҡ баҫып һыуһынға һыуға килә.
***
Һарыҡ, һап-һап баҫып, һыйырға һыйланырға килгән. Һыйыр,
һәмгелдәп йөрөй-йөрөй, һармаҡ һарыҡты һап-һары һалам менән
һыйлаған.
***
Сибәр, Сәймә һәм Сәлимә
Сәй әсәләр өсәүләп.
Сулпан ситтә сәсәй-сәсәй
Сәй көтә был өсәүҙән.
***
Оҙон епте һаплама ла, ыҫмалалама ла, үҙем һабын һаплап,
үҙем ыҫмалаһын ыҫмалалармын.
***
Шакирҙың шары шарт-шорт шартланы, Шакир шуға шаңҡып, шып-шым ғына шаҡ ҡатты.
***
Шыуа-шыуа шыуғалаҡ,
Шып-шыма ялтыр ҡалаҡ.
***
Шыпыр -шыпыр, шыптыр-шыптыр, ҡыптыр-ҡыптыр, мейес артында, мейес аҫтында, шыптырлағыс шыптырлай.
***
Үрмәксе, үрмәксенән күрмәксе, үргә үрелеп-үрелеп үтеп-һүтеүселәрҙе үҙенең үрмәле-үрмәле үрҙә үрелгән үрмәһенә үткәреп, үтеп, эләгеп үрһәләнеүселәрҙе үсәп-үсәп, үҙҙәре үлгәнсә көтөп, үтен эсте.
***
Эт башындай эшемде этләнеп-этләнеп эш итә алмағас, эштә күргән этлектәрҙән этләнеп эткә әйләнә яҙҙым.
***
Ыңғыр-ыңғыр ыңғырсаҡ,
Ҡайҙа минең бала саҡ?
Үтеп китте уйнар саҡ,
Килеп етте һыңғырсаҡ.
***
Әхәт әтәсләнеп Әнисәне әрләне. Әхәткә Әнисә сәрелдәй-сәрелдәй ә-ә-ә тип әрләште.
***
Ыңғыр-ңыңғыр ыңғырсаҡ,
Эңгер-мөңгөр ҡыңғыр саҡ.
Беҙҙең хәҙер йырлар саҡ,
Ғыр-ғыр гармун уйнар саҡ.
***
Килгән Ғата, кейгән ҡата,
Уң аяҡта һул ҡата.
Ҡатала түгел хата,
Ҡата кейелгән хата.
"Балалар фольклоры" китабынан.
Фото: Зиннур Боҫҡонов