Таҡта ҡаҡма, ҡапҡа ҡаҡ!
Ҡапҡа ҡаҡма, тотҡа ҡаҡ!
***
Ҡара ҡарға ҡарға ҡарағанда ҡара, ҡарға ҡарағанда ҡара
ҡарға ҡара.
***
Ҡара ҡарға ҡараңғыла ҡараһаң да,
Ҡарамаһаң да ҡара ҡарғаға ҡарағанда
Ҡара ҡарасҡыға оҡшап тора.
***
Килгеләштергеләштергеләп йөрөгөлә, ултырғылаштырғылаштырғылап торорбоҙ.
***
Ары ла лап-лап, бире лә лап-лап, һөңгө һаплап, кейеҙ ҡаплап, лап-лап-лап.
***
Мышлаған-мышлаған,
Мейес башында ҡышлаған.
Тирләмәгән, бешмәгән,
Белмәһә лә үҫмәгән.
***
Мәкәримов Мирсаяф Мирғәли малайы машина майы менән
маңлайын майлаған да мендәренә менеп мендәрҙе майлаған.
***
Әйттем таҡмаҡ таҡмаҡлап,
Һин дә миңә тап таҡмаҡ.
***
Мин бейермен — тап таҡмаҡ,
Таҡмаҡ тапмаған — ахмаҡ.
***
Төлкө, өтөлөп-өтөлөп, өйрәк өйрәһен, өрпөлдәтеп-өрпөлдәтеп
һемерҙе. Көн дә өтөлөп-өтөлөп өйрәк өйрәһен өрпөлдәткән төлкө,
әйтергә көлкө, өскил булып, өйрәктән һимерҙе.
***
Соҡалының соҡорон сыҡҡан саҡта Сәмәрәнең силәге сатнаған.
***
Һиҙиәт һыйырға, һарыҡҡа һалам һалғанда һәнәген һындырып, һәнәгенең һабын Һәҙиәгә һикһән һигеҙ һумға һатҡан.
***
Өйгә ингән сыпсыҡ,
Осоп йөрөй сыпсыҡ,
Сып-сыҡ, сып-сыҡ,
Сыҡ, сыпсыҡ,
Осоп сыҡ, сыпсыҡ,
сыҡ, ҡошсоҡ,
Сыҡ, сыҡ, ҡошсоҡ,
осоп сыҡ!
***
Һәҙиә һыйырына һуҡыранып, һәнәгенең һабын һындырғансы
һуҡты.
Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән.