-17 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
11 Февраль , 10:40

КӨН ТОРОШОНА БӘЙЛЕ ТЕЛӘКТӘР

Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ

КӨН ТОРОШОНА БӘЙЛЕ ТЕЛӘКТӘР
КӨН ТОРОШОНА БӘЙЛЕ ТЕЛӘКТӘР

Ҡояш, сыҡ,
Аяҙ, ас.
Болот, ҡас.
Беҙ уйнарбыҙ йылытҡас.
***
Сыуаҡ апай, кил, кил.
Һалҡын еҙнәй, кит, кит.
***
Һалҡын ағай, кит, кит,
Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ.
Һөтлө һыйыр яланда, яланда,
Майлы бутҡа ҡаҙанда, ҡаҙанда,
Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа, баҙарҙа,
Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ.
***
Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ,
Һалҡын ағай, кит, кит.
Һимеҙ тәкә һуйырмын,
Майын һиңә ҡуйырмын,
Итен үҙем аш армын,
Һөйәген эткә ташлармын.
***
Ҡара кәпәс, кит, кит,
Ҡояш апай, кил, кил,
Бер йылмайып көл, көл.
***
Ҡояш, сыҡ, сыҡ, сыҡ!
Майлы ҡашыҡ бирермен
Майлы таба бирермен,
һимеҙ үгеҙ һуярмын,
Майын һиңә ҡуярмын,
Итен үҙем ашармын,
Һөйәген эткә ташлармын.
Ҡояш , сыҡ, сыҡ, сыҡ.
***
Сыуаҡ әбей, сыҡ, сыҡ!
һимеҙ һарыҡ һуярмын,
Майын һиңә ҡуярмын,
Итен үҙем ашармын,
һөйәген эткә ташлармын,
Сыуаҡ әбей, сыҡ, сыҡ!

 

"Балалар фольклоры" китабынан.

 

Фото: Зиннур Боҫҡонов

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас