+11 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Халыҡ ижады
23 Января , 06:40

ТИҘӘЙТКЕСТӘР, ТЕЛ ТӨҘӘЙТКЕСТӘР

Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙебеҙҙеке. Һеҙҙең үгеҙегеҙүҙегеҙҙекеме, мөгөҙө үгеҙегеҙҙекеме?

ТИҘӘЙТКЕСТӘР, ТЕЛ ТӨҘӘЙТКЕСТӘРТИҘӘЙТКЕСТӘР, ТЕЛ ТӨҘӘЙТКЕСТӘР
ТИҘӘЙТКЕСТӘР, ТЕЛ ТӨҘӘЙТКЕСТӘР

Килгән Ғата, кейгән ҡата,
Урам буйлап ләстит һата,
Инде хәҙер көтөү ҡайта.
***
Ҡарға әйтә: ҡар-ҡар-ҡар,
Бында еләк бар-бар-бар,
Тик яланы тар-тар-тар,
Еләк өҫтө ҡар-ҡар-ҡар.
***
Аҡ ҡарға, ҡара ҡарға,
Ҡарға йыйылған ҡарға.
Аттым ҡарға, төштө ҡарға,
Аҡ ҡарға, ҡара ҡарға.
Шул ҡарғаны ҡарар өсөн
Ҡарға йыйылған ҡарға.
***
Ҡарамалылағы ҡара ҡашлы Ҡарағол ҡарттың ҡап-ҡара ҡаҙы
ҡайҙалыр ҡасҡан.
***
Ҡарға, ҡарға, осоп кил, беҙгә яҙҙы алып кил. Бергәләшеп йөрөрбөҙ,
тәмле бутҡа бирербеҙ. Уртаһына төшөп кенә май булып
та ирербеҙ.
***
Ҡарамалы ауылы ҡара Ҡарағолға сана ҡарамалатырға биргәйнем. Ҡарамаланымы икән, ҡарамаламаны микән. Ҡарамалаһа
ла, ҡарамаламаһа ла, ҡарамаламауына, ҡарамалауына ҡарамайынса ҡарап ҡына алып ҡайт әле.
***
Ҡара ҡарға ҡороған ҡарағайға ҡунды, ҡара ҡарғаның, ҡарға
ҡарағас, ҡапыл ҡобараһы осоп, ҡороған ҡарағастың ҡап-ҡара
ботағынан ап-аҡ ҡарға ҡап-ҡара ҡарға ҡоланы.
***
Мейес башында биш бесәй
Биш бесәйҙең биш башы,
Биш бесәйҙең биш башына,
Емерелмәһен мейес башы.
***
Ҡап-ҡара ҡарағат-ҡаптым, ҡап-ҡара ҡуңыҙҙан ҡотом ҡойолоп, ҡап-ҡара ҡарағат ҡыуағы аҫтына ҡастым, ҡарағат ҡыуаҡтары
артынан ҡояшҡа ҡарап ҡаттым.
***
Ҡара ағай ҡарағай ҡырҡа,
Ҡырталаша ҡарағай.
Ҡырҡма, ҡара, йөҙөң ҡара
Ҡайт ҡалаңа, ҡара ағай.
***
Ҡаҙҙар ҡаңғылдашып
Ҡанат ҡағынды.
Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға
Ҡайтты тағы ла.

 

Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡар-р-р!
Ниндәй ҡайғы бар? Бар?

 

"Балалар фольклоры" китабынан.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас