-16 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
23 Ғинуар , 11:15

ТЕЛ ТӨҘӘТКЕСТӘР

Ижектәр уйнатып, шиғыр юлдары яһау

ТЕЛ ТӨҘӘТКЕСТӘР
ТЕЛ ТӨҘӘТКЕСТӘР

Рә-рә-рә — урман буйлап йүгерә
Ра-ра-ра — ҡулын болғап саҡыра,
Рө-рө-рө — япраҡ ярған бөрө,
Рө-рө-рө — урманда тыныс йөрө.
***
Өп-өп-өп — эттәр сабыша өрөп,
Өп-өп-өп — төндәр буйына йөрөп.
Эп-эп-эп — хужаһы еткән килеп,
Эп-эп-эп — эте икәнен белеп.
* * *
Са-са-са - был бит беҙҙең Миңниса,
Се-се-се - Миңниса, ярҙам итсе.
Сә-сә-сә - әсйең шалҡан сәсә,
Се-се-се - орлоҡтарҙы бирһәңсе.
* * *
Ҫа-ҫа-ҫа - ҡайһылай матур баҫа,
Са-са-са - тыпырлап күңел аса,
Са-са-са - дәртләндерәм: «Их, ас-са!»
Са-са-са - бейей шулай башҡортса.
***
Та-та-та - Талип тауыҡ ашата,
Ти-ти-ти - саҡыра, ти-ти-ти-ти.
Тә-тә-тә - күршенекен өркөтә,
Ти-ти-ти - йөрөмә бында, кит, ти.
Ты-ты-ты - күрше тауығы ҡурҡты,
Тө-тө-тө - кәртәнән осоп төштө.
Те-те-те - Талип тағы ем һипте,
Тө-тө-тө - Талиптың еме бөттө.
* * *
Уа-уа-уа — хуш еҫ бөркә яҙын һауа,
Уы-уы-уы — татлы шул шишмә һыуы.
Уа-уа-уа — үҙе инде бер дауа, .
Уы-уы-уы — ялан буйлап атлауы.
***
Фа-фа-фа — тырышып яҙа Сафа,
Фе-фе-фе — кәкре-бөкрө хәрефе.
Фа-фа-фа — матур яҙыу бер яфа,
Фе-фе-фе— килә уның хәүефе.
Ҫа-ҫа-ҫа — ручканы ул баҫа,
Са-са-са — хәрефтәр унан ҡаса,
Фа-фа-фа — һаман тырыша Сафа.
Фе-фе-фе — матур сыҡты хәрефе,
Фе-фе-фе — күтәрелде кәйефе.
***
Ха-ха-ха — шаян инде Салиха,
Хи-хи-хи — көлә гел хи-хи, хи-хи.
Их-их-их — уға ҡушыла Сәлих,
Ха-ха-ха — тәгәрәп китә Фатиха, .
Мәт-мәт-мәт — эсен тота Рәхмәт.
Мит-мит-мит — күҙҙәрен һөртә Хәмит,
Ха-ха-ха — улар көлә ха-ха-ха,
Мит-мит-мит— булды инде бер кәмит.
***
Һа-һа-һа — Һәҙиә айға осһа,
Һә-һә-һә — ракетала ул елһә,
Һы-һы-һы — бар бит кире ҡайтаһы,
Һе-һе-һе — ҡыуанысты бүләһе,
Һө-һө-һө — йыйылырҙар көллөһө,
Һe-һe-he — ҡотлай башлар һәр береһе,
Һа-һа-һа — шунда байрам башланһа,
Һы-һы-һы — дуҫтарҙың һәр ҡайһыһы,
Һа -һа-һа — бар күңелдән шатланһа,
Һө-һө-һө — айға осҡандай булыр көллөһө.
***
Һең-һең-һең — ҡайҙан ҡайтып киләһең,
Һаң-һаң-һаң — ял итеп ал арыһаң,
Һәң-һәң-һәң — дәртле баҫып йөрөһәң,
Һәң-һәң-һәң — бөтә эшкә өлгөрһәң,
Һең-һең-һең — моратыңа етерһең.
***
Һы-һы-һы — был Һиҙиәт ҡустыһы,
һе-һе-һе — кемдеке һуң берәүһе..
Һен-һен-һен — танып алдым икәүһен,
Һөн-һөн-һөн — саҡырығыҙ өсөһөн,
Һе-һе-һе — нисә булды бөтәһе?
***
Ша-ша-ша — Шакир шарға талаша,
Шы-шы-шы — ҡыҙыу уйын барышы.
Шә-шә-шә — малайҙар шар бәрешә,
Ше-ше-ше — уйнай ала һәр кеше.
***
Ыж-ыж-ыж — һыуыҡ әйтә: «Ыж-ыж-ыж»,
Аж-аж-аж — йүгереп йөрө, Ғилаж.
Жыу-жыу-жыу — елдәр әйтә: «Жыу-жыу-жыу»,
Шыу-шыу-шыу — Ғилаж, тауҙан шыу ҙа шыу, шыу ҙа шыу.

 

"Балалар фольклоры" китабынан.

 

Фото: Зиннур Боҫҡонов

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас