Бер ауылдың осонда, яңғыҙ ҡарағас төбөндә, үҙҙәренең өйөндә, ирле-ҡатынлы булып бер ҡарт менән ҡарсыҡ ғүмер иткән, ти. Уларҙың берҙән-бер ҡыҙҙары ла булған. Ул үҫеп еткәс, былар алдына: «Ҡыҙыбыҙға ниндәй кейәү һайлайбыҙ?» — тигән һорау килеп баҫҡан. Ҡарт күп уйлағас:
— Донъяла көслөләрҙән дә көслөһөн табам да ҡыҙымды шуға бирәм, — тигән.
Ҡарт һүҙендә ныҡ торған. Бер көн ул, көслөләрҙең көслөһөн эҙләп, юлға сыҡҡан. Көн киткән, ай киткән — энә буйы ер киткән. Бара торғас, йәй үткән, ҡыш еткән. Ҡартыбыҙ шыма боҙ өҫтөнән китеп барғанда, аяғы тайып, лап итеп ҡаҡ боҙға барып төшкән. Торған да:
— Эх, боҙ, боҙ! Бин бик көслөһөң икән. Мине ҡалай анһат аттың да
бәрҙең! Минең ҡыҙыма кейәү булсы! — тигән.
Боҙ уға яуап итеп:
— Әгәр мин көслө булһам, ҡояшта иремәҫ инем, — тигән, ти. Шул
саҡта инде ҡарт, ҡояшҡа ҡарап:
— Ҡояшҡайым! Һин боҙҙо иретәһең. Шулай булғас, һин унан да көслөрәк икәнһең. Минең ҡыҙымдың кейәүе булһаңсы! — тигән.
Ҡояш уға:
— Әгәр мин көслө булһам, болот мине ҡаплай алмаҫ ине, — тигән, ти.
Хәҙер инде ҡарт, болотҡа ҡарап:
— Болот, болот! Һин хатта ҡояшты ла ҡаплай алаһың. Көслөләрҙең
көслөһө һин икән. Минең ҡыҙымдың кейәүе булһаңсы! — тигән.
Болот уға:
— Әгәр мин көслө булһам, ергә ямғыр булып ҡойолмаҫ инем, — тигән, ти.
Шул саҡта ҡарт ямғырға барған да:
— Ямғырҡайым! Һин бик көслө икәнһең. Минең ҡыҙымдың кейәүе
булһаңсы! — тигән.
Ямғыр уға:
— Әгәр мин көслө булһам, минең тамсымды ла ҡалдырмайынса ер эсеп бөтөрә алмаҫ ине, — тигән, ти.
Хәҙер инде ҡарт, аяҡ аҫтындағы ергә ҡарап:
— Ерем, еркәйем! Һин бөтә нәмәнән дә көслө икәнһең. Хатта ямғырҙы ла бер тамсыһын ҡалдырмайынса эсеп бөтөрәһең. Минең ҡыҙыма кейәү булһаңсы! — тигән.
Ә ер уға:
— Әгәр мин көслө булһам, үләндәр мине тишеп сыға алмаҫтар ине, — тигән, ти.
Шул саҡ ҡарт үләнгә ҡараған да:
— Үлән, үлән! Һин хатта ерҙе тишеп сығаһың. Шулай булғас, һин
көслөләрҙең көслөһө инде. Минең ҡыҙымдың кейәүе булһаңсы! — тигән.
Ә үлән уға:
— Кеше минән көслөрәк. Үткер салғыһын ала ла мине һеперә һелтәй ҙә китә, — тигән, ти.
Шул саҡта ҡартыбыҙ бер кеше янына килгән дә:
— Эй, егет, һин ер йөҙөндә бөтә нәмәнән дә көслө икәнһең. Минең ҡыҙымдың кейәүе булһаңсы? Ҡыҙым бик һылыу, аҡыллы, эшлекле, атҡа менһә, егеттәрҙең теләгән береһен уҙып китә, — тигән, ти.
Шулай итеп, ҡарт менән ҡарсыҡ үҙҙәренең ҡыҙҙарын йәш кенә бер егеткә биргәндәр, ти. Улар хәҙер ҙә имен генә донъя көтөп торалар икән, ти.
Фото: Зиннур Боҫҡоновтан