Бала ҡулын ишеккә ҡыҫып ауырттырғанда:
Бесәй-бесәй, бесәйем,
Келәтемә инмә, тинем,
Майымды ашама, тинем,
Ҡойроғоңдо ҡыҫайым, ҡыҫайым, -
тип сабыйҙы, ауыртҡан ҡулынан һыйпап, әүрәтәләр.
***
Ө-ө, ө-ө итәйем,
Ебәк һата китәйем.
Атаһына ебәк биреп,
Ҡыҙын алып китәйем .
***
Тир-тир-тир, атай,
Мине кейәүгә бир, атай.
Мине кейәүгә бирмәһәң,
Бер балталыҡ тимерҙән
Ҡумыҙ һуғып бир, атай.
***
Эй, эҙ киткән, эҙ киткән,
Оя артынан ҡыҙ киткән.
Күрмәнеңме киткәнен
Йылтан-һалтан иткәнен.
***
Ҡыҙым, ҡыҙым — ҡыҙ кеше,
Ҡурсаҡ кеүек кейенгән.
Йүгереп йөрөп һыу ташый,
Эй, әсәһе һөйөнгән.
"Балалар фольклоры" китабынан.