-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
7 Ноябрь , 10:44

БИШЕК ЙЫРҘАРЫ

Кәзәләрҙе тауға ҡыу,Тау япрағын аш аһын.Беҙҙең, бәпәй йоҡлаһын,Бәү-бәү, бәү-бәү, бәү-бәү!

БИШЕК ЙЫРҘАРЫ
БИШЕК ЙЫРҘАРЫ

Йоҡла-йоҡла һин, балам,
Һине бишеккә һалам .
Һин йоҡоға киткәнсе,
Үҙем яныңда ҡалам .
Сеү-сеү инде, йоҡласы,
Мине эшһеҙ тотмасы.
Йортом тулы мәшәҡәт,
Эшемде ҡалдырмасы.

 

***
Йоҡла, балам, йоҡла, балам,
Тәүфиҡ бирһен үҙеңә.
Бәхет килһен өйөңә,
Бәхетлеләр ҡәҙерле;
Аҙғын бала йәберҙә, әлли-бәү.
Нур һибелһен йөҙөңә,
Асҡыс бирһен телеңә,
Отҡорлоҡ бир зиһенеңә.
Уҡығанда алда бул, '
Күп ғилемгә эйә бул.
Дуҫтарыңа һуҙ ҡулың, әлли-бәү,
Улар ҙа һуҙыр ҡулын.
Юлдарың асыҡ булыр, әлли-бәү.
Кәртәләр, ватыҡ булыр, әлли-бәү.

 

***
Бәү, бәү, бәпәйем,
Хәҙер килер әсәйең,
Унан килер атайың,
Һине бәүетә йәш бала —
Кинйәбикә апайьй.
Бәү, бәү, бәлли бәү...
Йомсо, йомсо, йом күҙең,
Минең матур аҡҡошом,
Минеңң һүнмәҫ йондоҙом,
Бәлли-бәү, бәлли-бәү...

 

***
Йоҡла, балам, йом күҙеңде,
Әлли-бәлли-бәү.
Мин һаман да һинең янда
Әлли-бәлли-бәү!
Әлли бишек, бәлли бишек,
Ник тирбәлә был бишек?
Бәхетле яҡтарға ҡарап,
Асылһын инде ишек!
Әлли-бәлли итәр ул,
Йоҡоларға китәр ул.
Бишектәрҙән үҫеп сыҡҡас,
Мәктәптәргә китәр ул.

 

***
Аллыһыу, баллыһыу,
Кәзәләрҙе тауға ҡыу.
Тауҙан ҡайтҡас, һыуға ҡыу,
Һыуҙан ҡайтҡас, һуй ҙа ҡуй,
Аллыһыу, баллыһыу!

 

***
Матур йырҙар һайланым,
Төнөң тыныс үтһен тип,
Әлли-бәлли, бәү-бәү,
Әлли-бәлли, бәү-бәү!
Уйнай-көлә көн үтте,
Йоҡлар ваҡытың етте.
Ҡояш та батты инде,
Көтөү ҙә ҡайтты йнде.
Бәрәскәйҙәр ҙә күптән
Йоҡларға ятты инде.
Әлли-бәлли, бәү-бәү,
Әлли-бәлли, бәү-бәү!
Баш осонда әсәйең,
Һыйпай йомшаҡ сәскәйең.
Балам йоҡлап китһен тип,
Төнө тыныс үтһен тип,
Әлли-бәлли, бәү-бәү,
Әлли-бәлли, бәү-бәү!
Тышта хәҙер төн генә,
Йоҡламайһың һин генә.
Тәмле төштәр күрерһең,
Көндөҙгөләй йөрөрһөң.
Күҙҙәреңде йом әле,
Ни булғанын белерһең.
Әлли-бәлли, бәү-бәү,
Әлли-бәлли, бәү-бәү!

 

***
Уйнаның, бейенең,
Булғандыр күңелең.
Хәҙер бына урын һалам,
Ял итерһең, ҡурсағым.
Бәүетәм үҙеңде,
Тыңла һин һүҙемде,
Әлли-бәлли, бәү-бәү!

 

***
Тышта ел дә тынған инде,
Ҡоштар күптән йоҡлаған.
Йоҡла, балам, алһыу алмам,
Ҙур үҫерһең, йоҡлаһаң.
Ай ҙа йоҡлай һине күрмәй,
Йоҡла, балам, йөрәгем,
Уйнап ярһып бөттөң инде,
Берҙән-берем, терәгем.
Алтыным — һин, бәхетем — һин,
Минең һүнмәҫ күҙ нурым,
Һин йоҡлаһаң, тынысланам,
Минең бәхет йондоҙом.

 

***
Хәтфә үлән, йәшел бәрхәт
Барыр юлдарың.
Бишек кеүек һинең өсөн
Минең ҡулдарым.
Йоҡла, балам, йом күҙеңде,
Әлли-бәлли, бәү,
һөйөп йоҡлатам үҙеңде
Әлли-бәлли, бәү.

 

***
Кәзәләрҙе тауға ҡыу,
Тау япрағын аш аһын.
Беҙҙең, бәпәй йоҡлаһын,
Бәү-бәү, бәү-бәү, бәү-бәү!

 

***
Әлли-бәлли, бәү,
Йоҡла, балам, күҙ нурым,
Әлли-бәлли, бәү.
Һин йоҡлап торғансы,
Бешерәйем мин күмәс.
Әлли-бәлли, бәү.

 

"Балалар фольклоры" китабынан.
Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: