Әй уҙаман, ир, ҡатын,
Бала тигән ҙур алтын.
Көйһәң, көйөк асыр ул,
һөйһәң, күңел асыр ул.
Алтын бишек ҡуҙғатып,
Әңгә-әңгә, тип илай.
Әсә, йөрәген һыҙлатып,
Бәпесем-бәпесем, тип һөйләй.
Әсә ала ҡулына
Күрһәтергә иренә.
Ире алдында маһайып,
Имсәк бирә үҙенә.
Бына хәҙер балалар
Берәү түгел, йоп ҡына.
Береһе ҡыҙыҡай, береһе малай,
Бер-беренә тиң генә.
Ата-әсәләре тағы
Тәүге бишек күрәләр,
Көн итешә икеһе лә,
Бер-беренә тиң улар.
Балаларҙы ҡиәмәтлек аталар алалар. Балаларға ҡарата һамаҡлау дауам итә:
Ир бала ла ирәбә,
Атаһынан ҡот ейгән.
Ҡыҙ бала ла ирәбә,
Әсәһенән һөт имгән.
Ҡырҡ көн былар тыуғанға,
Яҡты донъя күргәнгә.
Ата-әсәһе, йә хоҙай, тип,
Етек бала күргәнгә.
Бына хәҙер ата-әсәләр
Туй яһайҙар, шатлыҡ, тип,
Ике бишек балаһын
Башлы-күҙле итәм, тип.
Ҡиәмәтлек аталар, балаларҙың исемдәрен әйтеп, ҡиәмәтлек
әсәләргә бирәләр. Ҡиәмәтлек әсәләр үҙ сиратында:
Собхан алла, маша алла.
Яман күҙҙән һаҡлаһын;
Яман артаҡтан һиҫкәнмәй,
Батырҙарса йоҡлаһын.
Собхан алла, маша алла,
Әлми аты ҡот булһын.
Асау эйәртеп, һаҙаҡ атып,
Илде яуҙан һаҡлаһын.
Собхан алла, маша алла,
Биби аты түл йәйһен,
Һис һыҡтамай, кәйеп баҫып,
Ирен яуға оҙатһын.
Ҡиәмәтлек әсәләр аталарҙан алған балаларҙы бер бишеккә
һалалар.
Алтын бишек тибрәтеп,
Бына ята ҡуш мунсаҡ.
Иркә генә уҡырыланған,
Гүйә, бәләкәй ҡолонсаҡ.
Атаһы ла, әсәһе
Күкрәк киреп, маһайып,
Яуҙа еңгән батырҙай,
Таяныс, тип торасаҡ.
Беҙ ҡиәмәт әсәләр,
Төп яратҡан әсә беҙ.
Көсөк күлдәк ташлатып,
Яңы күлдәк бесәбеҙ.
"Балалар фольклоры" китабынан.
Фото: "Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә" төркөмөнән