-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
15 Октябрь , 11:58

УЯТҠЫСТАР

Таң, таң ата, таң ата,Һағышлы ай ҙа бата.Ҡояш нурына күмелеп,Бәпкәйем йоҡлап ята.

УЯТҠЫСТАР
УЯТҠЫСТАР

***
Уян, балам, тиҙ уян,
Ҡасып китте төн — ҡуян.
Йомшаҡ ҡына сәстәреңдән
Һөйөп, иркәләп ҡуям.
***
Төн пәрҙәһе асылды,
Яҡты нурҙар сәселде.
Тор, балаҡай, битең йыу,
Тарап алсы сәсеңде .
***
Алтын, алтын, алтыным,
Минең йөрәк ялҡыным.
Уян, бәпкәм, күҙ нурым,
Ҡояш булып балҡырмын.
***
Үтеп китте ҡара төн,
Алда яҡты, матур көн.
Бәхетле булһын таңың,
Әйҙә, балам, уйнап-көл.
***
Ҡояш менән бергә тор,
Ялҡау булма, уңған бул.
Ҡояш нурҙары менән
Эшең бөтөрөп ҡуйған бул.
***
Тор, бәпесем,. алтыным,
Йөрәгемдең аҫылы.
Ҡояш нурҙары менән
Бәхеттәрең асылһын.
***
Сәстәрең ҡамыш булһын,
Кәүҙәләрең зифа тал.
Ҡояш менән бәхет килә,
Таң нурҙарын күреп ҡал.
***
Ҡояш менән бергә тор,
Ҡояштан да асыҡ бул.
Елпелдәп йөрө елдәй,
Бәхетең булһын күлдәй.
***
Үҫә-үҫә, бәпкәйем,
Үҫә-үҫә ҙур була.
Ҡояш кеүек һөйкөмлө,
Үҙе һүҙгә йор була.
***
Ҡояш сыҡты, ай байыны;
Уянырға ваҡыт етте.
Уян, бәпкәм, уян, бәпкәм,
Уянырға ваҡыт етте.
***
Тор, тор, балам, тор, балам,
Тор-торҙарҙан хәбәр килгән,
Суҡ-суҡ һиңә хәбәр килгән,
Тор, тор, балам, тор, балам.
***
Тор, тор, балам, тор, балам,
Торайыҡ, торайыҡ торналар.
Тау башында юрғалар.
Тор, тор, балам, тор, балам,
Тор-торҙан хәбәр килгән,
Йоҡоноң маҙаһы тейгән.
***
Тор, тор, балам, тор инде,
Ҡояш күптән ҙур инде.
Осто, китте йоҡоһо,
Шулай уның тоҡомо.
Ҡыты, ҡыты, ҡыты!
***
Тор, тор, турғай,
Таң ата буғай.
Турғай, кил, сыпсыҡ, сыҡ,
Сырыҡ, сырыҡ, сырыҡ!
***
Тор инде, турғай,
Таң ата буғай.
Моңая сыйырсыҡ,
Йыр һалды сыпсыҡ,
Сырыҡ, сырыҡ, сырыҡ.
***
Йоҡо, йоҡо, йоҡо, ҡас,
Бәхетлегә юлың ас!
***
Ас, Мәрйәмкәй, күҙеңде,
Яратайым үҙеңде.
***
Ғәзиз балам, тор инде,
Йоҡоң туйғандыр инде,
Бөтә балалар мәктәпкә
Барып тулғандыр иңде.
Атаң киткән баҙарға
Хәләл малдар алырға.
Балам, һин дә тиҙ өйрән
Дәхи уҡып яҙырға.
***
Ҡояш алтын алҡа таға
Тәҙрәм быялаһына.
Тәҙрәләргә ҡарап йылмай
Йоҡонан уянғанда.
***
Әғүҙиһи бисмилла,
Тор, бәпәйем, Хөснулла.
Еңгәң ҡоймаҡ бешергән,
Ағаң ашап бөтөргән.

"Балалар фольклоры" китабынан.

Фото: @club64139721 (Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә) төркөмөнән.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: