Деңки-деңки дең һары,
Атаһы кеүек һап-һары.
Һары булһа һандуғас,
Ҡара була ҡарлуғас.
Ғалим килһә, ишек ас,
Наҙан килһә, сығып ҡас!
Ғалимдарҙың ҡулында
Ҡәләм менән хат булыр.
Наҙандарҙың ҡулында
Көрәк менән сүп булыр.
***
Атаһына ай кеүек,
Әсәһенә көн кеүек,
Апаһына гөл кеүек,
Бабаһына туп кеүек,
Килеп-киткән кешеләргә,
Сүп ҡәҙәр ҙә юҡ кеүек
— Бабаһының кеме был?
— Тауға менәр таяғы.
— Әбейенең кеме был?
— Һөт өҫтөндә ҡаймағы.
***
Осоп бара бер себен, сәп!
Ҡасып бара бер себен, сәп!
Бында бер серәкәй,
Бында бер күгәүен,
Ләпәк, ләпәк,
Сәп-сәп, сәп.
***
Сәпәкәй ҡағыр ҡыҙҙары
Ауыртмаһын ҡулдары.
Билдәренә таянып,
Бейеп китәр улдары.
Ауыртһа ла ауыртһын,
Ҡул сапҡандың ҡулдары.
***
Сәпәк, сәпәк, сәпәкәй,
Бейетеп тора әсәһе,
Таҡмаҡ әйтә апаһы,
Өҙөлөп тора атаһы.
***
Сәптиләк, сәптиләк,
Сәптиләккә кем кәрәк?
Атаһы бар, әсәһе бар,
Шунан башҡа кем кәрәк.
Сәп-сәп, сәпәкәй,
Майға бешкән әпәкәй.
Бик тә етеҙ, бик тә сос
Бейей икән сәтәкәй
Сәпәк-сәпәк, сәлтеки,
Түбән ауыл Әптеки.
Әптекиҙең ҡыҙылыр,
Суҡлы балаҡ Кәтенки.
Сәпәк-сәпәк атаһы,
Бейетеп тора әсәһе.
Ошоға ҡәнәғәт булып,
Сәпәкәй итә бәпкәһе.
* * *
Әлли ит, бәлли ит,
Әлеш-бәлеш!
Ҡандалаға һалма,
Ҡыҙыма алтын алма.
"Балалар фольклоры" китабынан.