Яман сир ҡас, ҡас,
Килтер ҙур тас.
Мин һине ярайым,
Уттарға һалайым.
Баламды азат ит,
Йортомдо ташлап кит.
***
Иҫке ауыҙ, яңы аш,
Яман ауырыу, минән ҡас.
***
Бәниәте шифа булһын,
Шайтандарға яфа булһын.
***
Ашап ултырғанда эс ауыртып китһә:
— Эсем, эсем, ауыртма,
Бер һыйпайым, ике һыйпайым.
***
Аяҡты бәргәндә:
— Аяғымды ташҡа бәрҙем,
Инна-анна, кати-катика.
***
Йығылғанда шул ерҙе аяҡ менән өс тапҡыр баҫып:
— Тфү-тфү-тфү,
Шайтан миңә ҡағылма,
Ана, елгә ҡағыл.
***
Әпсен-төпсөн,
Бүрәнә ҡыҫһын,
Ҡаны сыҡһын,
Нығыраҡ ауыртһын,
Тфү-тфү-тфү!
***
Тфү-тфү-тфү,
Ергә ауырлыҡ,
Миңә еңеллек.
"Балалар фольклоры" китабынан.
Һүрәт - асыҡ сығанаҡтарҙан.