Башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙҙың быуындан-быуынға тапшырған бай хазинаһы - "Урал батыр" эпосында ла бит Уралдың улдарына әйткән һүҙҙәре - ат атланып сабыр яугирҙарға арнала. Был изге һүҙҙәр бөгөн дә үҙ әһәмиәтен юғалтмай.
"Аҡбуҙат" тың быйылғы 7-се һаны "Урал батыр" эпосына арналды һәм эпостан бирелгән өҙөктәрҙә Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов 1910 йылда Ғәбит Арғынбаев менән Хәмит Әлмөхәмәтов сәсәндәрҙән яҙып алған боронғо һөйләү стиле һаҡланды.