***
Алпамыша — минең улым,
Алпан-толпан килә ул.
Ҡуш йөрәкле бала ул,
Ҡурҡыуға ҡаршы бара ул.
* * *
Айыу китте, ҡара айыу китте,
Минең улым килде.
Батырлыҡты алды,
Илендә даны ҡалды.
Ҡуш йөрәк, бул терәк.
Ҡурҡаҡ йәнде ҡыу йыраҡ.
* * *
Ҡуш йөрәк, урын ал
Ҡурҡаҡ йөрәк, ситкә юл ал!
***
Тәнемде һыу һаҡлаһын,
Йәнемде иманым һаҡлаһын.
***
Йөрәкте күкрәк менән арҡанан бер юлы ҡушҡуллап һапылдатып ҡағалар һәм түбәндәгесә һамаҡлайҙар:
Йөрәгең менән тоя бел,
Йөрәгең менән һиҙә бел,
Йөрәгең менән күрә бел,
йөрәгең менән һөйә бел.
Илеңде, халҡыңды, һыуыңды —
һап, һап, һап, һап!
***
Ҡуй, алама,
Бүре йыҡҡыр,
Айыу ҡырғыр.
Һары майҙы алайыҡ,
Бәпкәйемде һылайыҡ.
"Балалар фольклоры" китабынан.
Фото: Зиннур Боҫҡонов