Ва-ва-ва — тәгәрәй икән арба,
М а-м а-м а— арбаға яҡын барма.
Һы-һы-һы — бигерәк матур арбаһы,
Лап-лап-лап — тыңғыр-тыңғыр йыр йырлап,
Һы -һы -һы — бараһы ла бараһы.
***
Ға-ға-ға — ҡарға килгән ҡарғаға.
Ға-ға-ға — ҡарғаларын ҡарарға.
Ға-ға-ға — киткән былар баҙарға,
Ға-ға-ға — майлы ҡалъя алырға,
Ға-ға-ға —- ҡарғаларға һалырға,
Ға-ға-ға — ҡарға ҡарап ҡалырға.
Ға-ға-ға — алған улар ҡабырға,
Ға-ға-ға — етмәгән бер ҡабырға.
Ға-ға-ға — ҡарға ҡунған ҡарғаға,
Нан-нан-нан — һөйәк ҡалған ҡалъянан,
Ған-ған-ған — береһен-береһе ҡарғаған,
Лар-лар-лар — асыуланып ҡарғалар,
Ған-ған-ған — бер-береһенә бармаған.
***
Ға-ға-ға — әйҙә киттек урманға,
Шә-шә-шә — урманда еләк бешә.
Ле-ле-ле — ауыҙ итәйек әле,
Ге-ге-ге— ҡалай тәмле еләге.
Гә-гә-гә — кәзә килгән кәзәгә,
Ға-ға-ға — эләктем тим ҡазаға.
Ҙа-ҙа-ҙа — ҡойроҡ ҡалды ҡаҙауҙа,
Ға-ға-ға — ҡаҙау ҡалһын язаға.
Гә-гә-гә — эләктереп мөгөҙгә,
Гә-гә-гә — көстө түккәндәр бергә.
Гә-гә-гә — мөгөҙ тейгән мөгөҙгә,
Гә-гә-гә — тәкмәс атҡандар ергә.
Ған-ған-ған — шартлап мөгөҙҙәр, һынған,
Ған-ған-ған — тағы ла ҡаза булған.
Ған-ған-ған — кәрәк өсөн ҡағылған,
Ған-ған-ған — ҡаҙау һаман тик торған.
М ә-мә-мә— ҡысҡырғандар «мә-ә» лә «мә-ә»,
Мә-мә-мә — кәзә кеүек йөрөмә.
Мә-мә-мә — йөрөр булһаң күренмә,
Мә-мә-мә — бүтән минең күҙемә.
***
Да-да-да — ҡуян саба урманда,
Ды-ды-ды — иңләп-буйлап урманды.
Дә-дә-дә — барса бөжәк үләндә,
Ды-ды-ды — ҡуян күреп ҡыуанды.
* * *
Ҙа-ҙа-ҙа — ҡаҙҙар киткән һуң ҡайҙа?
Ҙы-ҙы-ҙы — ҡаҙҙар йылғаға барҙы.
Ҙә-ҙә-ҙә— рәхәтләнеп эй йөҙә,
Ҙы-ҙы-ҙы — ҡыумағыҙсы ҡаҙҙарҙы.
***
Кәк-күк, кәк-кук — саҡыра кәкүк,
Рүк-рүк-рүк-рүк — туҡтама берүк.
Рәк-рәк-рәк-рәк — саҡыр шәберәк,
Кәк-күк, кәк-күк — ниндәй аяҙ күк.
* * *
Лы-лы-лы — соҡорло ла саҡырлы,
Ле-ле-ле-ле — урамдарың (э)Стәрле.
Лы-лы-лы — баш әйләнә, аҫмалы,
Ле-ле-ле — күперҙәрең селтәрле.
***
Ме-ме-ме — һеҙҙең быҙау һөҙәме?
Ма-ма-ма — һөҙә икән алама.
Мы-мы-мы — көтөүгә ул барамы?
Мы-мы-мы — әллә өйҙә ҡаламы ?
Ме-ме-ме — һине лә ул һөҙәме?
Мы-мы-мы — киреләнеп торамы?
Мө-мө-мө — мөгөҙҙәре бөтөнмө?
Мы-мы-мы — ҡойроҡ сәнсеп торамы?
Мы-мы-мы — юлын өйгә борамы?
Фото: Зиннур Боҫҡонов