***
Минең балам бал кеүек,
Һығылып торған тал кеүек.
Ауыҙ-мороно уймаҡтай,
Өҫтө ултырған ҡаймаҡтай.
***
Сәпәк-сәпәк, сәпәктәй,
Майға бешкән әпәкәй.
Үҙе бигерәк бәләкәй,
Алһыу битле бәпескәй.
* * *
Сәпәкәй-сәпәкәй-сәпәкәй,
Майға бешкән әпәкәй -
Үҙе йомро йомғаҡтай,
Йомш аҡ ҡына себештәй.
***
Дөңгөл-дөңгөл, дәнәйем,
Дөңгөлдәтеп һөйәйем.
Атаң мәмәй алып килһә,
Уны һиңә бүләйем.
Әсәң һыйыр һауған ергә
Сеүәтәңде тотоп бар.
Күбек һалып бирер ул,
Уны эсеп бөтмәһәң,
Артыңа сыбыҡ бирер ул.
***
Тыңғыл-тыңғыл, тәнәйем,
Тыңғылдатып һөйәйем.
Ултырған ере ҡот булһын,
Баҫҡан ере ут булһын!
***
Тыңғыл-тыңғыл, дыңғылсаҡ,
Минең ҡыҙым бер ҡосаҡ.
— Өй артында нимә бар?
— Өй артында бүре бар.
— Бүренең һуң кеме бар?
— Гүзәл тигән ҡыҙы бар,
Ырғып, уйнар тубы бар.
***
Бәхетле булғыры,
Тәүфиҡле булғыры,
Белемле булғыры,
Аталы-әсәле үҫкере.
"Балалар фольклоры" китабынан.