Ҡарға килгән — ҡаҙан аҫҡан,
Сыпсыҡ килгән — бәрәңге әрсегән,
Торна килгән — ҡамыр баҫҡан.
Боғор-боғор аш бешкән.
Сыйырсыҡ килгән — аш бушатҡан,
Төйлөгән килгән — бүлгән,
Быға (баш бармаҡҡа) биргән,
Быға (имән бармаҡҡа) биргән,
Быға (урта бармаҡҡа) биргән,
Быға (атһыҙ бармаҡҡа) биргән,
Ә быға (сәтәкәй бармаҡҡа) бирмәй ҡалдырған.
Кетер, кетер, көтөр,
Ҡаҙан төбөн кимер.
***
Һәр бармаҡты бөгөп:
Баш бармаҡ бау ишә,
Имән бармаҡ имән киҫә,
Урта бармаҡ утын яра,
Атһыҙ бармаҡ ат ҡыуа,
Сәтәкәй бармаҡ сәй эсә.
***
Баш бармаҡ: «Бутҡа бешерәйек», — ти.
Имән бармаҡ: «Ярма ҡайҙан алайыҡ?»— ти.
Урта бармаҡ: «Үтескә алып торайыҡ»,— ти.
Исемһеҙ бармаҡ: «Уны ҡасан түләрбеҙ?»— ти.
Кескәй бармаҡ: «Ашайыҡ та ҡасайыҡ» ти.
***
Баш бармаҡ: «Бөгәм дә бөгәм».
Күрһәткес: «Сүгәм дә сүгәм».
Урта бармаҡ: «Сигәм дә сигәм".
Бәпес бармаҡ: «Арағыҙҙа тик бер үҙем интегәм».
***
Баш бармаҡ баш ҡашый,
Имән бармаҡ имән ташый,
Урта бармаҡ утын яра,
Атһыҙ бармаҡ ат ҡыуа,
Сәңсә бармаҡ сәй эсә
***
Бер тинек — бөрмәк,
Ике тинек — икмәк,
Өс тинек — өсмәк,
Дүрт тинек — дүртмәк,
Биш тинек — бишмәк,
Алты тинек — алмаҡ,
Ете тинек — етмәк,
Һигеҙ тинек — һигеҙмәк,
Туғыҙ тинек — туғыҙмаҡ,
Ун тинек — уймаҡ.
"Балалар фольклоры" китабынан.
Фото: Зиннур Боҫҡоновтан.