-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
5 Сентябрь , 14:27

БАЛА ТӘПӘЙ БАҪҠАНДА

#әүрәткестәр

БАЛА ТӘПӘЙ БАҪҠАНДА
БАЛА ТӘПӘЙ БАҪҠАНДА

Әйҙә, балам, ҡалаҡай баҫ,
Ҡыл-ғыл-ғыл-ғыл,
Ҡыл-ғыл-ғыл-ғыл.
Ҡалаҡ ай баҫа, ҡалаҡ ай, баҫа,
Тәтәй була, тәтәй була. 
Ҡыл-ғыл-ғыл-ғыл..

* * *
Ай-һай, ай-һай, 
Ана килә тауҙай. 
Хәҙер килеп етер ул,
Мине ҡыуып етер ул. 
Һоп, әйҙә, һоп!
* * *
Тәпәй-тәпәй килә ул,
Минең янға етә ул. 
Тәп-тәп йөрөп, ҙур үҫкәс,
Мәктәптәргә китә ул.
* * *
Тәпәй-тәпәй йөрөһөн,
Дегәнәк уға теймәһен.
Күп кешеләр уны һөйһөн,
Тик күҙҙәре теймәһен.
***
Тәпәй-тәпәй итә ул,
Минең янға етә ул,
Шунан үтеп китә ул.
***
Имгәкләү туйҙырғандыр,
Тороп баҫты бөгөн бала.
Күрәләрме тигән кеүек,
Тирә-яҡҡа ҡарап ала. 
Күҙкәйҙәре уттай яна,
Бәхет иле асҡанмы ни,
Тормошона ғорурланыу —
Айға менеп баҫҡанмы ни?
Был урында башлана бит 
Маҡсатыңа илтер юлың.
Терәк булһын тыуған ерең,
Ныҡ баҫып тор, әйҙә, улым!
 
"Балалар фольклоры" китабынан.
Фото: Нүрзилә менән Инзирә Баязитоваларҙан.
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: