Өйҙә юҡ әсәһе,
Ҡайҙа киткән әсәһе?
Хәҙер ҡайта әсәһе,
Әлли-бәлли, бәпәйем,
Йоҡлап ҡына кит инде.
Һине ҡарап бәүетеп,
Арып бөттөм бит инде.
Беләһең бит, эшем күп:
Әсәйеңә булышам,
Әсәйеңә булышам да
Ҡашыҡ-аяҡ йыуышам.
Бәү-бәү, бәү-бәү!
***
Бәү-бәү бәпкәһе,
Ҡайҙа бының әсәһе?
Ҡайҙан эҙләп табаһы,
Туҙ бишеккә һалаһы ?
Әлли итәр был бала,
Бәлли итәр был бала.
Үҫеп еткәс, тыуған илгә
Хеҙмәт итәр был бала.
Әлли-бәлли бәү итәр,
Тыныс йоҡоға китәр.
Тыныс йоҡоға китәр ҙә
Әсәһе килеп етәр
***
Әлли-бәлли бәүкәйем,
Йән йөрәгем, бәпкәйем,
Бәү-бәү итеп күҙ йомоп,
Йоҡлап китә ул ойоп.
Атаһы ҡайтыр — ҡуй һуяр,
Бер ботон һиңә ҡуяр.
Әсәһе ҡайтыр — май бирер,
Ул майҙарға туярһың,
Илауыңды ҡуярһың.
Ағаң ҡайтыр — тай бирер,
Шул тайҡайға менәрһең,
Ҡуй ҡойроғон имәрһең.
Олатаң ҡайтыр — бал бирер,
Бал ҡашығын яларһың,
Йоҡоларға туярһың.
Апаң ҡайтыр — тал бирер,
Тал сыбығын менәрһең,
Бәлликәйгә китәрһең.
Әлли-бәлли итәр ул,
Йоҡоларға китәр ул.
"Балалар ижады" китабынан.
Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән