-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
29 Август , 14:30

БАРМАҠТАР МЕНӘН УЙНАҒАНДА

Баланың ҡулын усыңа һалып, һыйпап һамаҡлайһың:   - Бесәй, бесәй! Келәткә инмә, һөттө эсмә, бал ашама, май ашама, балды урлама, брыс!— тип, баланың ҡулына һуғаһың. "Брыс", - тигәс, бала тиҙ генә ҡулын тартып алып өлгөрөргә тейеш!

БАРМАҠТАР МЕНӘН УЙНАҒАНДА
БАРМАҠТАР МЕНӘН УЙНАҒАНДА

- Бесәйем, бесәйем, бесәйем (ҡулының һыртын иркәләп кенә һыйпайһың).
Һөттәреңде урлап әсәйем (баланың ҡулын ҡул менән ипләп кенә һураһың, ул алып өлгөрөргә тырыша).
***
Бут-бут, бутырған,
Илнур бутҡа бешергән.
Эсенә сысҡан төшөргән;
Уны алайым тигәнсе,
Биш бармағын бешергән.
***
Һәр бармаҡ, ғаилә ағзаларына арналып, бөгөлә:

 

— Быныһы — олатайға, быныһы — өләсәйгә, быныһы — атайға, быныһы — әсәйгә, быныһы — ағайға, быныһы— апайға...

 

Баланың усы йомола.
— Ҡайҙа, ҡаҙан төбөн ҡырып ашайым, кетер-кетер-кетер,— тип ҡытыҡлап, баланың усын астыралар.
Бала: «Әсәй, быҙауға барам»,— ти.

 

Әсәй: «Зәп-зәп, зәп-зәп...» — тип, баланың ҡулы буйлап ҡултыҡ аҫтына табан бармаҡтарын йүгертә һәм ҡытыҡлай.

 

Варианты: Һәр бармаҡ ғаилә ағзаларына арналып бөгөлгәс, түбәндәгесә лә әйтәләр: .
«Ә Илнурға тигәне ҡыты-ҡыты, инеп киткән. Тот, тот, тот!»

 

"Балалар фольклоры" китабынан.

 

Фото: Зиннур Боҫҡонов

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: