-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
25 Август , 17:09

БАЛА ТЫУҒАС ТЕЛӘГӘН ТЕЛӘКТӘР

Кеше артты донъяла, ризығың менән, төклө аяғың менән. Бәхетле, сәләмәт бул, тәүфиғең, аҡылың үҙеңдә булһын, әсәйеңә ярҙамсы, атайыңа иш бул, уҡып ҙур кеше бул; кешеләргә изгелекле,игелекле бул.

БАЛА ТЫУҒАС ТЕЛӘГӘН ТЕЛӘКТӘР
БАЛА ТЫУҒАС ТЕЛӘГӘН ТЕЛӘКТӘР

Ырыҫ-бәхетең, төклө аяғың менән, сабыйым, ата-әсәле бул, үҙ бәхетең менән үҫ, бал-май эсендә йөҙөп йәшә, тырыш бул, сапсан бул, эш тигәндә ал бирмә.
* * *
Миһырбанлы, аҡыллы, изгелекле бул, әсәйең менән атайыңа терәк бул, ярҙамсыл, игелекле бул.
* * *
Иҫән-һау йөрө, бәлә-ҡазанан һаҡ бул, дошмандарға ирешмә, юҡҡа-барға ирешмә, бәхетле бул, эштәреңдә тәхетле бул, яҡшыға ла — яҡшы, шаҡшыға ла яҡшы бул.
* * *
Боҫло' ашты бора баҫма, юлың булыр асыҡ таҫма, ҡурҡмайынса алға атла, аш менән атҡанға таш менән атма, яуызлыҡҡа —яманға батма, дан өсөн дуҫтарыңды һатма, һынауҙар килһә, һынатма.
* * *
Дүрт күҙ араһында үҫергә яҙһын балаларға!
***
Балам, балам бал ғына,
Үҫер әле яй ғына.
Ризыҡтары менән тыуҙы,
Аш аһын гел май ғына.
***
Балам оҙон сәсле тыуған,
Ғүмере оҙон булһын.
Бөҙрә генә сәсле тыуҙы,
Әсәһе өҙөлөп торһон .
* * *
Балам бик тыпырсына,
Балыҡтай йөҙөр әле.
Бейеүсе булыр әле,
Дандары сығыр әле.

 

"Балалар фольклоры" китабынан (Өфө, 1994).

 

Һүрәт - асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: