Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
8 Август , 13:55

ЙОРТ ХАЙУАНДАРЫ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР

Йомаҡ әйтәм, йомаҡ әйтәм,Уны сискән сос булыр,Сисәлмәгән тик торор.

ЙОРТ ХАЙУАНДАРЫ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР
ЙОРТ ХАЙУАНДАРЫ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР

Ишек алдына хужа,
Сит малдарҙы ул ҡыуа,
Ләү-ләү итеп ул өрә,
Барса ерҙә өлгөрә. (көсөк)

Һаҡаллы ул, мөгөҙлө,
Һанға һуҡмай һис кемде.
Баҡсаға бик йыш инә,
Кәбеҫтәне кимерә. (кәзә)

Мендәр өҫтөндә ятыр,
Йә мейескә ул ҡасыр.
Көндөҙ әҙерәк серем итеп,
Төнөн сысҡан ул тотор. (бесәй)

Йүгерекләп йөрөр ул,
Ләү-ләү итеп өрөр ул,
Мал-тыуарҙы ҡыуыр ул,
Өйгә һаҡсы булыр ул. (көсөк)

Шып-шым баҫып йөрөй ул,
Сысҡандарҙы тота ул.
Һөт эсә лә рәхәтләнеп,
Мейес башында ята ул. (бесәй)

Йылыта, кейендерә,
Әҙәмде һөйөндөрә. (һарыҡ)

Дүртәүҙер аяғы,
Ҡайсылай ҡолағы,
Таштан ҡаты тояғы. (ат)

Хайран уның йөрөүе,
Бик йыраҡтан килеүе,
Ай-һай уның кешнәүе.
Аяғында тимере,
Тамағында күмере,
Ерғе ярып килеүе. (ат)
 
Фото: Зиннур Боҫҡонов
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас