Һандуғасым, аҫыл ҡошом,
Йоҡла, бәғерем.
Йоҡла, иркәм, йоҡла, бәпкәм,
Бәүкәй бәлли бәү.
Алма кеүек матурланып,
Бешкән, тулғанһың.
Шул сағыңда һин тағы ла
Сибәр булғанһың.
Алмаҡайым, аппаҡайым,
Йоҡла, гөлкәйем.
Йоҡла, иркәм, йоҡла, бәпкәм,
Бәүкәй бәлли бәү.
Йылғырһың шул, етеҙһең,
Күп тә уйнайһың.
Ал гөлдәрҙе, сәскәләрҙе
Өҙмәй ҡуймайһың.
Кил,' гөлкәйем, сибәркәйем,
Йоҡла, бәпкәйем.
Бәүкәй бәлли бәү.
* * *
Әлли ҙә бәлли, бәү-бәү,
Бәғерем йоҡлай дәү-дәү.
Көтөү ҡайтты, ҡошсоғом,
Һыйыр мөңрәй, һәү-һәү.
Һыйыр бирер һиңә һөт,
Уны ҡыуып үҫеп ет.
Үҫеп матур ҡыҙ булғас,
Өфөләргә барып ет.
Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙ ғынам,
Йоҡла, балам, наҙ ғынам.
Киләсәктә бер булыр,
Уңған, сибәр, аҙ ғынам.
* * *
Әлли-бәлли итәр ул,
Үҫеп буйға етәр ул,
Үҫеп буйға еткәс тә
Уҡыуҙарға китәр ул,
Ғалимә булып китәр ул.
Илгә хеҙмәт итәр ул,
Үҫеп буйға еткәс тә
Кейәүҙәргә китәр ул.
Йоҡла, ҡыҙым, йоҡла, ҡыҙым,
Йоҡла, йоҡла, йом күҙең.
Үҫеп матур ҡыҙ булғас,
Кейәү табырһың үҙең.
* * *
Бәй-бәй, бәю, бәй,
Йоҡла, ҡыҙым, йом күҙеңде,
Ҡаштарың ҡарлуғас ҡанаты,
Күҙҙәрең һынташтың күле,
Керпектәрең уның ҡамышы,
Йоҡла, балам, һылыуым,
Бәю-бәю, бәй-бәй-бәй.
* * *
Әлли-бәлли бишеге,
Бал ялаған ҡашығы,
Имеккәндә имеҙе,
һыуһағанда ҡымыҙы,
Арғы яҡта бер бала,
Ай-һай, яҡты йоҡоһо.
* * *
Әлли-бәлли, бәлли-бәү,
Гүзәл йоҡлап китәр ул.
Гүзәл йоҡлап китмәһә,
Ҡуян алып китәр ул.
* * *
Ҡыҙым, ҡыҙым-ҡарлуғас,
Ос ояңдан ай тулғас.
Ҡәҙер-хөрмәт күрерһе,^
Кейәүкәйең бай булғас .
* * *
Дим өҫтөнән ярһып аҡтарылып,
Аға икән ҡалын боҙҙары.
Сәскә кеүек булып, матурланып,
Үҫә икән кемдең ҡыҙҙары.
***
Йом-йом күҙең, йондоҙом,
Минең бәләкәй ҡыҙым.
Йоҡла тыныс, былбылым,
Йоҡла рәхәт, күҙ нурым.
***
Ә-ә-ә-әй итә,
Рәйсә йоҡоға китә.
Әсәһе эшкә китә,
Әлли-бәлли, бәү итә.