-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ ижады
8 Август , 13:37

БАЛЫҠ ҠАПТЫРҒАНДА ӘЙТЕЛӘ ТОРҒАН ҺАМАҠЛАУҘАР

Балалар менән балыҡҡа йөрөргә яратаһығыҙмы? Күл-йылға буйында ял иткән минуттарҙы файҙалы ла итәйек - кескәйҙәр менән һамаҡлауҙар өйрәнәйек!

БАЛЫҠ ҠАПТЫРҒАНДА ӘЙТЕЛӘ ТОРҒАН ҺАМАҠЛАУҘАР
БАЛЫҠ ҠАПТЫРҒАНДА ӘЙТЕЛӘ ТОРҒАН ҺАМАҠЛАУҘАР

Ҡояш болот аҫтына инеп китһә:
 
Сыуағым минең, баҡ, баҡ, баҡ!
Балыҡ башын бирәм һиңә,
Түш-ҡабырға булһын миңә,
Сыуағым минең, баҡ, баҡ, баҡ!..—

Ҡармаҡты селәүсенләгәндә:
 
Селәүсенде бейетәм,
Биште бирһәң, миң китәм.
Ялмап йот, ялтырап сыҡ! —

тип емләп: «Тфү, тфү, тфү, минең ҡулым түгел, Сәлим-Нәркәстең ҡулы», тип, ҡармаҡҡа төкөрәләр:
 
Төкөрөп һалдым,
Тиҙерәк ҡап!
Яр башында
Ялтырап ят!
Ҡанаттарың
Ҡалтырап ят!
***
Ҡап-ҡап,
Балығым,
Ауыҙыңа керһен
Ҡармағым!
Ялт-йолт
Итеп кит,
Яр башына
Менеп кит!

* * *
Ҡармаҡ һалдым,
Тиҙерәк ҡап,
Яр башында ялтырап ят,
Ишеңә иш тап.
* * *

Төкөрөп һалдым, һикереп ҡап!
Яр башында ялтырап ят!
Ялтырамаһаң, ҡалтырап ҡат!
Сирт, сирт, сирттермә бирәм,
Батыр, батыр, батырғыс бирәм,
Эләк, эләк, эләктермә бирәм,
Ҡап, ҡап, ҡаптырма бирәм.
* * *

Бәрҙе, һәрҙе,
Тиҙерәк ҡап!
Яр башында
Ялтырап ят!
* * *

Ҡап-ҡап,
Балыҡ, ҡармаҡҡа,
Эреһе — баҙарға,
Вағы — балаларға.

* * *

Ҡара балыҡ, ҡап-ҡап,
Ялтыр балыҡ, ҡалҡ , ҡалҡ.

* * *

Ҡыҙылғанат, ҡап-ҡап,
Яр башында ят-ят.
***
Ҡап-ҡап, балыҡ, ҡап,
Атайыңды саҡыр, әсәйеңде саҡыр.

***
Ҡап, балыҡ, ҡап, балыҡ,
Әсәйемә ҙур балыҡ,
Атайыма ҙур балыҡ,
Биш ҡустыма биш балыҡ.

* * *

Ҡап-ҡап, балыҡ, ҡап,
Яр башында ялтырап ят,
Яңы емгә иҫке балыҡ, ҡап -ҡап.

Фотолар: Зиннур Боҫҡонов

БАЛЫҠ ҠАПТЫРҒАНДА ӘЙТЕЛӘ ТОРҒАН ҺАМАҠЛАУҘАР
БАЛЫҠ ҠАПТЫРҒАНДА ӘЙТЕЛӘ ТОРҒАН ҺАМАҠЛАУҘАР
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: