+14 °С
Ясно
VK
Халыҡ ижады
25 Июля 2025, 08:09

Тиҙәйткестәрҙе дөрөҫ итеп уҡығыҙ.

1. Ҡараңғыла ҡара ҡарғаға ҡараным,Ҡара ҡарғаға ҡараңғыла ҡараһаң да,Ҡарамаһаң да, ҡара ҡарғаға ҡарағандаҠара ҡарасҡыға оҡшап тора.

Тиҙәйткестәрҙе дөрөҫ итеп уҡығыҙ.Тиҙәйткестәрҙе дөрөҫ итеп уҡығыҙ.
Тиҙәйткестәрҙе дөрөҫ итеп уҡығыҙ.

2. Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа һайрай һары һандуғас.
3. Бәҙриҙең бөҙрә Бәҙәре биҙәкһеҙ биҙрәһен биҙәкләткән.
4. Һары һаҡаллы Һаҙыйҙың һары Һарығолағы һары һаламда ята.
5. Усыма усаҡтан уҫаҡ осҡоно осто.
6.Турғайлы туғайҙағы талға тамға тамғалағандар.
7. Ҡыйын өҙҙөрттөрҙөләр, сүбен өйҙөрттөрҙөләр, саңын
өрҙөрттөрҙөләр.
8. Беҙҙең кәзәбеҙ - мөгөҙлө, һеҙҙең кәзәгеҙ - мөгөҙһөҙ..

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас